Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Петр 5:9 - Инжил

9 Имандаштарығыҙҙың донъяла шундай уҡ ғазаптарға дусар ителеүен белеп, Иблискә ныҡлы иман менән ҡаршы баҫығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Имандаштарығыҙҙың бөтә донъяла шундай уҡ ғазаптарға дусар ителеүен белеп, Иблискә ныҡлы иман менән ҡаршы тороғоҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Петр 5:9
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Мин, һин иманыңды юғалтмаһын тип доға ҡылдым, һәм һин, Миңә кире ҡайтҡас, имандаштарыңды ла нығыт, – тигән Раббы Ғайса Петрға.


Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!


Шәкерттәрҙең рухын күтәреп, иманда ныҡ торорға өндәнеләр. – Алла Батшалығына инеү күп михнәттәр аша буласаҡ, – тине улар.


Һеҙ әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына дусарһығыҙ. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро, һәм Ул артабан да көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙы йырып сыға алыуығыҙ өсөн, уны үтеү юлын да күрһәтәсәк.


Үҙ тормошоғоҙҙа Иблискә урын ҡалдырмағыҙ.


Ҡулдарығыҙҙа һәр саҡ иман ҡалҡанын тотоғоҙ, уның ярҙамында Иблистең утлы уҡтарын һүндерә алырһығыҙ.


Тәнем менән янығыҙҙа булмаһам да, йәнем менән янығыҙҙамын, һеҙҙәге тәртипте һәм Мәсихкә булған иманығыҙҙың ныҡлығын күреп ҡыуанам.


Иман өсөн изге көрәш алып бар, мәңгелек тормошҡа эйә булыуға өлгәш. Алла һине ошоға саҡырҙы һәм һин күп шаһиттар алдында үҙеңдең тоғро иманыңды раҫланың.


Әйткәндәй, Ғайса Мәсих менән берлектә булған тормош алып барырға, ысын иман менән йәшәргә теләгәндәрҙең бөтөнөһө лә эҙәрлекләнер.


Мин яҡшы көрәш алып барҙым, аҙағына тиклем был юлды үтеп, иманымды һаҡланым;


Улар иман аша батшалыҡтарҙы буйһондора, ғәҙеллек урынлаштыра, вәғәҙә ителгәндәргә өлгәшә. Арыҫландарҙың ауыҙҙарын яба,


Әгәр ҙә һеҙ һәр кем үтергә тейешле тәрбиәне алмайһығыҙ икән, тимәк һеҙ – Алланың ысын улдары түгел, ә үгәй балалары.


Шуға күрә Аллаға буйһоноғоҙ, ә Иблискә ҡаршы тороғоҙ, шул ваҡытта ул һеҙҙән ҡасыр.


Шуға күрә, әле һәр төрлө һынауҙарҙан әҙ генә ваҡытҡа ғазап сигергә тейеш булһағыҙ ҙа, ҡыуанығыҙ.


Һеҙ бит шуға саҡырылдығыҙ. Мәсих тә, Үҙенең эҙенән барырға һеҙгә үрнәк ҡалдырып, һеҙҙең өсөн ғазап сикте.


Ә ғәҙеллек өсөн ғазап сикһәгеҙ, һеҙ бәхетле! Бер кемдән дә ҡурҡмағыҙ һәм борсолмағыҙ.


Киреһенсә, Мәсихтең ғазаптарында ҡатнашыуығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ һәм Уның бөйөклөгө асылғанда шатлығығыҙҙың сиге булмаҫ.


Мин, Яхъя, Ғайсаныҡы булып һеҙҙең менән бергә ғазап сигеүҙәрҙе, Батшалыҡты һәм сыҙамлыҡты уртаҡлашыусы имандашығыҙ, Алла һүҙе һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәнем өсөн Патмос тип аталған утрауҙа булдым.


Шунан уларҙың һәр береһенә аҡ кейем бирелде һәм улар кеүек үк үлтереләсәк хеҙмәттәштәренең һәм имандаштарының һаны тулғанға тиклем тағы бер аҙ тыныс ҡына көтөргә ҡушылды.


Мин уға: – Һин беләһең, әфәндем, – тинем. Ул миңә былай тине: – Улар оло ҡайғы-хәсрәт кисереп килгәндәр. Кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡандар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ