6 Шулай итеп, Алланың ҡөҙрәтенә буйһоноғоҙ, һәм Ул Үҙ ваҡытында һеҙҙе юғары күтәрер.
6 Шулай итеп, Алланың ҡөҙрәтенә буйһоноғоҙ, һәм Ул, ваҡыты еткәс, һеҙҙе юғары күтәрер.
Үҙ-үҙен күтәреүсене Алла түбәнһетер, ә үҙен түбәнһетеүсене Алла күтәрер.
Ул түрәләрҙе тәхеттәренән төшөрҙө, түбән заттарҙы күтәрҙе.
Үҙен башҡаларға ҡарағанда өҫтөн ҡуйған һәр кем түбәнһетелер, ә үҙен түбәнһеткән – күтәрелер.
Һеҙгә әйтәм, тәүгеһе түгел, ә быныһы Алла алдында аҡланып үҙ өйөнә ҡайтып киткән; сөнки үҙен үҙе күтәреүсе һәр кем – түбәнһетелер, үҙен түбәнһетеүсе – күтәрелер.
Беҙ бер ярҙамһыҙ булған саҡта, Мәсих беҙҙең – Алланы һанға һуҡмаусылар өсөн, үлде.
Раббыны көнләштерергә баҙнатыбыҙ етәме ни? Әллә беҙ Унан да ҡөҙрәтлерәкме?
бөтөн кешеләрҙе ҡотҡарыр өсөн Үҙ ғүмере менән түләне. Быға Алла тарафынан билдәләнгән ваҡытта шаһитлыҡ бирелде.
Үҙ ваҡыты еткәс, Ҡотҡарыусыбыҙ Алла бойороғо буйынса миңә ышанып тапшырылған вәғәз аша Алла Үҙенең хәбәрен иғлан итте.
Раббыға буйһоноғоҙ, һәм Ул һеҙҙе юғары күтәрер.
Шуға күрә Аллаға буйһоноғоҙ, ә Иблискә ҡаршы тороғоҙ, шул ваҡытта ул һеҙҙән ҡасыр.
Имандаштар, Раббы исеменән һөйләгән пәйғәмбәрҙәрҙең ғазаптарынан һәм сабырлығынан үрнәк алығыҙ.