3 Һеҙгә ышанып тапшырылғандар өҫтөнән хакимлыҡ итмәгеҙ, ә көтөүегеҙгә өлгө булығыҙ.
Минең кеүек эшләрһегеҙ тип, үрнәк күрһәттем.
Шулай итеп, үҙегеҙ һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ.
Хәйер, Раббыла ир ҡатынға, ҡатын иргә бәйле.
Кем ул Павел? Кем ул Аполлос? Улар фәҡәт хеҙмәтселәр генә. Раббының һәр береһенә ниндәй бурыс йөкмәтеүенә ҡарап, һеҙ улар аша иманға килдегеҙ.
Беҙ – Алланың хеҙмәттәштәре, ә һеҙ – Алланың иген баҫыуы, Алланың ҡоролмаһы.
Был иһә иманығыҙ өҫтөнән хакимлыҡ итәбеҙ тигән һүҙ түгел, киреһенсә, беҙ шатланыуығыҙҙы теләп һеҙҙең менән бергә хеҙмәт итәбеҙ: сөнки һеҙ иманығыҙҙа ныҡ тораһығыҙ.
Беҙ бит үҙебеҙҙе түгел, ә Ғайса Мәсихте Раббы булараҡ вәғәзләйбеҙ, үҙебеҙ иһә Мәсих хаҡына һеҙҙең хеҙмәтселәрегеҙ генә.
Имандаштар, минән өлгө алығыҙ һәм беҙ күрһәткән өлгө буйынса йәшәүселәргә иғтибар итегеҙ.
Минән өйрәнгән, отоп алған һәм ишетеп-күргәндәрегеҙҙең барыһын да башҡарығыҙ, шул ваҡытта именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр.
Шулай итеп, һеҙ Македония һәм Ахаия өлкәләрендә йәшәүсе бөтөн иман тотоусыларға өлгө булдығыҙ.
талап итергә хаҡыбыҙ булмаған кеүек түгел, ә беҙгә эйәреп эшләгеҙ тип, һеҙгә өлгө күрһәттек.
Бер кем дә һинең йәшеңә кәмһетеп ҡарамаһын; һөйләгән һүҙҙәреңдә лә, йәшәйешеңдә лә, мөхәббәттә лә, иманда ла, сафлыҡта ла иман тотоусылар өсөн өлгө бул.
Уларға бөтә яҡшы эштәрҙә лә яҡшы өлгө күрһәт, ә өйрәткәндә намыҫыңа тоғро һәм етди бул,
Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша руханиҙары, изге халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.