Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Петр 5:2 - Инжил

2 үҙегеҙҙәге ышанып тапшырылған Алла көтөүен мәжбүриҙән түгел, ә үҙ теләгегеҙ менән, Алла ихтыяры буйынса, хурлыҡлы табыш артынан ҡыумайынса, ә күңел ҡушҡанса тырышлыҡ, хәстәрлек менән көтөгөҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 үҙегеҙҙәге ышанып тапшырылған Алла көтөүен мәжбүриҙән түгел, ә үҙ теләгегеҙ менән, Алла ихтыяры буйынса, хурлыҡлы табыш артынан ҡыумайынса, ә күңел ҡушҡанса тырышлыҡ, хәстәрлек менән көтөгөҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Петр 5:2
41 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡмағыҙ! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты.


Мин киткәндән һуң арағыҙға көтөүгә ҡарата рәхимһеҙ, аяуһыҙ бүреләрҙең киләсәген беләм.


Әммә ул: – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ниңә илайһығыҙ һәм минең йөрәгемде телгеләйһегеҙ? Мин Раббы Ғайса исеме хаҡына Иерусалимда тотҡон булырға ғына түгел, үлергә лә әҙермен, – тип яуап бирҙе.


Шуға күрә һеҙгә, Рим ҡалаһында йәшәүселәргә, Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итергә йән атам.


Ҡайһы ғәскәриҙең ҡасан да булһа үҙ иҫәбенә хеҙмәт иткәне бар? Ниндәй баҡсасы үҙе ултыртҡан йөҙөм емештәрен ашамай? Ҡайһы көтөүсе үҙенең көтөүенән һөт эсмәй?


ул эсеп йөрөмәҫкә, һуғыш суҡмары ла, аҡса ҡоло ла булмаҫҡа, ә иғтибарлы һәм тыныслыҡ һөйгән,


Ярҙамсылар шулай уҡ ике йөҙлөләнмәҫкә, эсеү менән мауыҡмаҫҡа, һаранланмаҫҡа, ә ихтирамға лайыҡ булырға,


Уларҙы ауыҙҙарын ябырға мәжбүр итергә кәрәк, сөнки улар, хурлыҡлы табыш артынан ҡыуып, ярамаған нәмәләргә өйрәтеп, тотош ғаиләләрҙең тормошон боҙа.


Етәксе, Алла эштәре менән идара итеүсе булараҡ, намыҫлы тормош алып барған кеше булһын. Ул тәкәббер ҙә, ҡыҙыу ҙа, эскесе лә, һуғыш суҡмары ла, һаран да булмаҫҡа тейеш.


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алайым һәм яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торһон өсөн халҡын таҙарындырайым тип, Үҙен беҙҙең хаҡҡа ҡорбан итте.


Етәкселәргә һәм хакимлыҡҡа буйһонорға һәм уларҙы тыңларға, һәр төрлө яҡшы эшкә әҙер торорға кәрәклеген иман тотоусыларҙың иҫтәренә төшөрөп тор,


Әммә һинең ризалығыңдан тыш бер нәмә лә эшләргә теләмәнем. Изгелекле эшең ирекһеҙләүҙән түгел, ә үҙ теләгең буйынса башҡарылһын.


Бер кем дә Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаһын өсөн тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Берәй әсе тамырлы үлән үҫеп сығып, зыян килтереүенән һәм күптәрҙе зарарлауынан һаҡ булығыҙ.


Ялған өйрәтеүселәр, ҡомһоҙланып, үҙҙәре уйлап сығарған өйрәтеүҙәре ярҙамында һеҙҙең иҫәпкә байлыҡ туплар. Улар өҫтөнән күптән инде хөкөм тора, уларҙың һәләкәте ҡотолғоһоҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ