Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Петр 5:12 - Инжил

12 Мин һеҙгә үҙем ышаныслы тип һанаған имандашыбыҙ Силуан аша һеҙҙе дәртләндереп, һәм Алланың ысын мәрхәмәте хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, ҡыҫҡаса ғына яҙҙым. Шул мәрхәмәт менән ныҡ тороғоҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Мин был ҡыҫҡа хатты, һеҙҙе дәртләндереп һәм Алланың ысын мәрхәмәте хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, үҙем ышаныслы тип һанаған имандашыбыҙ Силуан аша яҙып ебәрҙем. Шул мәрхәмәт менән ныҡ тороғоҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Петр 5:12
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Петр уны күргәс: – Раббым! Уның менән ни буласаҡ? – тип һораны.


Антиохияға килгәс, ул Алла мәрхәмәтенең емештәрен күреп шатланды һәм ундағы кешеләрҙе Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне.


Бынан аҙаҡ илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре, бөтә берҙәмлек менән үҙҙәре араһынан бер нисә кешене һайлап, уларҙы Павел һәм Варнаваға эйәртеп Антиохияға ебәрергә ҡарар ҡылды. Бының өсөн иман тотоусыларға етәкселек итеүсе Варсава тип тә аталған Йәһүҙәне һәм Силаны һайланылар,


Ләкин минең өсөн үҙ тормошомдоң ҡәҙере юҡ, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәз итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.


Мәсих беҙгә мәрхәмәт алырға мөмкинлек бирҙе. Иманыбыҙ аша ошо мәрхәмәттә торабыҙ һәм, Алла данын уртаҡлашырбыҙ, тигән өмөт менән ғорурланабыҙ һәм шатланабыҙ.


Имандаштар, мин иғлан иткән, һеҙ ҡабул иткән һәм ғүмерегеҙҙең нигеҙенә әйләнгән Һөйөнөслө Хәбәрҙе иҫегеҙгә төшөрәм.


Беҙ, йәғни мин, Силуан һәм Тимофей һеҙгә вәғәзләгән Алла Улы Ғайса Мәсихтә бер юлы «эйе һәм юҡ»ҡа урын юҡ, Унда «эйе» генә бар.


Был иһә иманығыҙ өҫтөнән хакимлыҡ итәбеҙ тигән һүҙ түгел, киреһенсә, беҙ шатланыуығыҙҙы теләп һеҙҙең менән бергә хеҙмәт итәбеҙ: сөнки һеҙ иманығыҙҙа ныҡ тораһығыҙ.


Быға тиклем ҡыҫҡаса яҙып үтеүемсә, Алла миңә серен асып, ниәтен белдерҙе.


Минең хәлдәрем һәм эштәрем тураһында ҡәҙерле имандашыбыҙ һәм Раббы хеҙмәтендә тоғро хеҙмәттәшебеҙ Тихик барыһын да һөйләп бирер.


Алланың мәрхәмәте тураһында һеҙ яратҡан хеҙмәттәшебеҙ Епафрастан ишеттегеҙ. Ул Мәсихтең һеҙҙең хаҡҡа тоғро хеҙмәтсеһе.


Минең турала һеҙгә ҡәҙерле имандашыбыҙ, тоғро хеҙмәтсе һәм Раббы эшендә хеҙмәттәшем Тихик барыһын да һөйләп бирер.


Уны тоғро һәм ҡәҙерле имандашыбыҙ, яҡташығыҙ Онисим менән бергә ебәрәм. Улар бындағы хәлдәр тураһында бөтөнөһөн дә һеҙгә һөйләр.


Фессалоникалағы имандаштар берҙәмлегенә, Атабыҙ Алла һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтеке булғандарға Павелдан, Силуандан һәм Тимофейҙан хат. Һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын!


Фессалоникалағы имандаштар берҙәмлегенә, Атабыҙ Алла һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтеке булғандарға Павелдан, Силуандан һәм Тимофейҙан хат.


Имандаштарым, был хатымда яҙған өгөт-нәсихәттәремә сабырлыҡ менән ҡарауығыҙҙы үтенеп һорайым, мин һеҙгә бик күп тә яҙманым бит.


Шуға күрә аҡылығыҙ айыҡ булһын һәм эшкә әҙер тороғоҙ. Ғайса Мәсих килгәндә һеҙгә биреләсәк Алла мәрхәмәтенә тулыһынса өмөт бағлағыҙ.


Алланан ниндәй һәләт алған булһағыҙ, һәр ҡайһығыҙ шул һәләт менән бер-берегеҙгә хеҙмәт итегеҙ. Яҡшы идарасылар кеүек, Алла тарафынан бирелгән төрлө һәләттәрҙе ҡулланығыҙ.


Шул сәбәптән, һеҙ быларҙы белһәгеҙ һәм ҡабул иткән хәҡиҡәттә ныҡ торһағыҙ ҙа, мин улар тураһында һәр ваҡыт хәтерегеҙгә төшөрәсәкмен.


Улар, тура юлдан тайпылып, аҙашты. Улар үҙенең яуыз эштәре өсөн табыш алыуҙы яратҡан Валаамға, Восор улына, эйәрҙе.


Димитрий хаҡында бөтөнөһө лә яҡшы һүҙҙәр генә һөйләй, хәҡиҡәт үҙе лә уның яғында. Шулай уҡ беҙ ҙә ошо хаҡта шаһитлыҡ ҡылабыҙ һәм һин беҙҙең шаһитлығыбыҙҙың хәҡиҡи булыуын беләһең.


Ҡәҙерлеләрем! Һеҙгә үҙебеҙҙең дөйөм ҡотолоуыбыҙ хаҡында яҙырға бик теләһәм дә, бүтән нәмәләр тураһында үтенеп яҙыуҙы кәрәк таптым: Алланың изге халҡына бер тапҡыр һәм ғүмерлеккә бирелгән иманды яҡлап алып ҡалығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ