Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Петр 5:1 - Инжил

1 Үҙем дә өлкән, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм киләсәктә асыласаҡ бөйөклөктө уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы өлкәндәргә мөрәжәғәт итәм:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Үҙем дә өлкән, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм киләсәктә асыласаҡ шөһрәтте уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы өлкәндәрҙән үтенеп һорайым:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Петр 5:1
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт аласаҡһығыҙ һәм Иерусалимда, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла һәм, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.


Шулай эшләнеләр ҙә: йыйылған бүләктәрҙе берҙәмлек өлкәндәренә алып барып тапшырырға Варнава менән Савлды ебәрҙеләр.


Һәр берҙәмлектә өлкәндәр тәғәйенләнеләр һәм, ураҙа тотоп доға ҡылғандан һуң, уларҙы үҙҙәре лә инанған Раббының ҡулына тапшырҙылар.


Иерусалимға килеп еткәс, берҙәмлек тә, уның өлкәндәре лә, илселәр ҙә асыҡ йөҙ менән ҡабул итте. Павел менән Варнава уларға Алланың үҙҙәре аша ниндәй эштәр башҡарыуы тураһында һөйләп бирҙе.


Был мәсьәләне тикшереү өсөн илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре бергә йыйылды.


Алла шул Ғайсаны үленән терелтте, беҙ бөтәбеҙ ҙә бының шаһиттары.


Ул, Милиттан Ефесҡа кешеләр ебәреп, берҙәмлектәге өлкәндәрҙе саҡыртты.


Шулай итеп, үҙегеҙ һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ.


Икенсе көндө Павел Яҡуб янына килде. Беҙ ҙә уға эйәреп барҙыҡ. Унда барлыҡ берҙәмлек өлкәндәре йыйылғайны.


Һеҙ тормошто Булдырыусыны үлтерҙегеҙ, әммә Алла Уны терелтте. Беҙ – бының шаһиттары.


Был донъяла беҙ йәшәгән тән ҡасан да булһа емереләсәк ҡыуышҡа оҡшаған. Был ҡыуыш емерелгәс, беҙгә Алла тарафынан күктәрҙә, ҡул менән төҙөлмәгән мәңгелек торлаҡ биреләсәген беләбеҙ.


Ҡабатлайым, ышаныс менән йәшәйбеҙ һәм, тәндән сыға һалып, тиҙерәк Раббы янына урынлашырға теләйбеҙ.


сөнки беләм: әлеге хәлем һеҙҙең доғаларығыҙ һәм Ғайса Мәсих Рухының ярҙамы менән миңә ҡотолорға булышлыҡ итер.


Ололарға ҡаты бәрелмә. Ололарҙы – атайың һымаҡ, үҙеңдән кеселәрҙе ҡустың кеүек күреп өгөтлә;


Берҙәмлек өлкәненә ҡарата ғәйепләү булһа, ике йәки өс шаһитһыҙ ҡабул итмә.


ә хәҙер хаҡлыҡтың еңеү тажы көтә. Уны, көнө еткәс, ғәҙел Хөкөмдар Раббы тапшырасаҡ, миңә генә түгел, Уның килеүен һағынып көткәндәрҙең бөтөнөһөнә лә бирер.


Бойороғома ярашлы рәүештә, тамамланмаған эштәрҙе тәртипкә килтереү һәм бөтөн ҡалаларҙа ла берҙәмлектәргә өлкәндәр тәғәйенләү өсөн, һине Критта ҡалдырҙым.


башҡа берәү түгел, мин, Павел, оло кеше булараҡ, әлеге ваҡытта Ғайса Мәсих хаҡына төрмәлә ултырыусы тотҡон, һиңә үтенес менән өндәшәм.


Беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа шаһиттар шул тиклем күп, шуға күрә киләсәктә юлыбыҙҙа торған бөтөн ауырлыҡтарҙы, беҙгә сырмалып алған гонаһтарҙы алып ташлайыҡ һәм алда торған ярыш юлын сыҙамлыҡ менән йүгереп үтәйек.


Уларға үҙҙәренә түгел, ә һеҙҙең өсөн хеҙмәт итеүҙәре асыҡлап бирелде. Улар иғлан иткәндәрҙе бит аҙаҡ, күктән ебәрелгән Изге Рух аша, Һөйөнөслө Хәбәр таратыусылар һеҙгә һөйләп бирҙе. Быларға хатта фәрештәләр ҙә күҙ һалырға теләй.


Был һынауҙар иманығыҙҙың хаҡлығын раҫлай. Алтын да бит утта яндырылып һынала, ләкин барыбер юҡҡа сыға. Ә һеҙҙең иманығыҙ алтындан ҡәҙерлерәк. Шулай һыналған иманығыҙ Ғайса Мәсих килгәндә маҡтау, дан һәм хөрмәт килтерер.


Киреһенсә, Мәсихтең ғазаптарында ҡатнашыуығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ һәм Уның бөйөклөгө асылғанда шатлығығыҙҙың сиге булмаҫ.


Һәм Баш Көтөүсе килгәс, һеҙ һулымай торған дан тажын алырһығыҙ.


Ҡәҙерлеләрем, беҙ хәҙер Алла балалары, әммә ниндәй буласағыбыҙ асылманы әле. Шуны ғына беләбеҙ: Мәсих килгәндә, беҙ Уға оҡшаш булырбыҙ, сөнки ысынында Ул ниндәй булһа, беҙ Уны шундай итеп күрербеҙ.


Берҙәмлектең өлкәненән – Алла тарафынан һайлап алынған ханымға һәм уның балаларына. Мин һеҙҙе ысын күңелдән яратам. Мин генә түгел, хәҡиҡәтте таныусыларҙың бөтөнөһө лә һеҙҙе ярата.


Берҙәмлек өлкәненән – мин ысын күңелдән яратҡан ҡәҙерле Гайға.


Мин, Яхъя, Ғайсаныҡы булып һеҙҙең менән бергә ғазап сигеүҙәрҙе, Батшалыҡты һәм сыҙамлыҡты уртаҡлашыусы имандашығыҙ, Алла һүҙе һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәнем өсөн Патмос тип аталған утрауҙа булдым.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ