9 Бер-берегеҙгә аһ-зарһыҙ ҡунаҡсыл булығыҙ.
Мохтажлыҡ кисергән имандашығыҙ менән үҙегеҙҙекен бүлешегеҙ, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтегеҙ.
Мине өйөндә һәр саҡ ихлас ҡабул иткән һәм уның йортонда йыйылған имандаштарҙың барыһы өсөн дә ишеге асыҡ булған Гай һеҙҙе сәләмләй. Ҡала милке менән идара итеүсе Ераст, имандашыбыҙ Кварт һеҙгә сәләм ебәрә.
Һәр кем теләр-теләмәҫ йәки мәжбүри рәүештә түгел, ә йөрәге ҡушҡанса бирһен, сөнки Алла шатланып биргән кешене ярата.
Һәр нәмәне зарланмай һәм бәхәсләшмәй генә башҡарығыҙ.
Етәксе намыҫлы тормош алып барған, ҡатынына тоғро ир, айыҡ аҡыллы, тотанаҡлы, ихтирам ҡаҙанған, ҡунаҡсыл, өйрәтеүгә маһир булырға тейеш,
Шул уҡ ваҡытта ҡунаҡсыл, яҡшылыҡҡа ынтылыусан, тотанаҡлы, ғәҙел, Аллаға тоғро булыуы, үҙен ҡулда тотоуы мотлаҡ.
Әммә һинең ризалығыңдан тыш бер нәмә лә эшләргә теләмәнем. Изгелекле эшең ирекһеҙләүҙән түгел, ә үҙ теләгең буйынса башҡарылһын.
Кешеләргә изгелек эшләүҙе һәм башҡалар менән уртаҡлашыуҙы онотмағыҙ – нәҡ шундай ҡорбандар Алла тарафынан хуплана.
Ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә онотмағыҙ, сөнки шулай эшләп, ҡайһы берәүҙәр был турала үҙҙәре лә белмәйенсә, үҙҙәрендә фәрештәләрҙе ҡабул иткәндәр.
Алла һеҙҙе хөкөм итмәһен өсөн, бер-берегеҙгә зарланмағыҙ, имандаштар: Хөкөмдар инде ишек төбөндә тора.