Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Петр 4:4 - Инжил

4 Шуға күрә мәжүсиҙәр һеҙҙең бүтәнсә үҙҙәре менән бергә шул аҙғынлыҡтарҙа ҡатнашмауығыҙға ғәжәпләнә һәм һеҙҙе яманлай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Шуға күрә мәжүсиҙәр, һеҙҙең бүтәнсә үҙҙәре менән бергә шул аҙғынлыҡтарҙа ҡатнашмауығыҙға сәйерһенеп, һеҙҙе яманлай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Петр 4:4
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Кәсәнең һәм табаҡтың тышын таҙартаһығыҙ, ә эстән улар ҡомһоҙлоҡ һәм тыйнаҡһыҙлыҡ менән тулы.


Бер нисә көн үткәс, кесе улы үҙ өлөшөн һатып, бөтә аҡсаһын алып, алыҫ юлға сығып киткән һәм, унда аҙғынлыҡҡа бирелеп, байлығын туҙҙырып бөтөргән.


Ә йәһүдтәр халыҡтың күплеген күреп көнләште һәм Павелдың һүҙҙәренә ҡаршы әсе телләште.


Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып: – Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле булырһығыҙ. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине.


Ҡоторонҡо мәжлес һәм эскелек, фәхешлек һәм аҙғынлыҡ, ыҙғыш-талаш һәм көнсөллөккә бирелмәйенсә, үҙебеҙҙе көн яҡтылығындағы кеүек әҙәпле тотайыҡ.


Шарап эсеп иҫермәгеҙ, сөнки ул боҙоҡлоҡҡа килтерә, киреһенсә, Изге Рух менән һуғарылығыҙ.


Мәжүсиҙәр араһында ҡылығығыҙға һүҙ тейҙермәҫлек булһын. Шул ваҡытта, хәҙер һеҙҙе яуызлыҡ ҡылыусылар тип яманлаһалар ҙа, игелекле эштәрегеҙҙе күреп, Алла килгән көндө Уны данларҙар.


әммә быны баҫалҡылыҡ һәм ихтирам, саф выждан менән эшләгеҙ. Шул ваҡытта һеҙгә яла яғыусылар һәм тел тейҙермәҫ йәшәү рәүешегеҙҙе Мәсихтеке булғанығыҙ өсөн хурлаусылар оятҡа ҡалыр.


Был ялған өйрәтеүселәр иһә үҙҙәре белмәгәнде хурлай. Улар тәбиғи теләктәренә буйһоноп йәшәгән һәм фәҡәт аулау һәм үлтереү өсөн генә тыуған аңһыҙ хайуандар һымаҡ. Хайуандар нисек үлтерелгән, был ялған өйрәтеүселәр ҙә шулай һәләк ителәсәк.


Ундай кешеләр менән ни булғанлығы тураһында мәҡәлдәрҙә дөрөҫ әйтелгән: «эт үҙ ҡоҫоғона әйләнеп ҡайта» һәм «йыуындырылған сусҡа бысраҡта аунарға бара».


Былар иһә үҙҙәре лә белмәгән нәмәләргә яла яға. Бына шулай аңһыҙ хайуандар кеүек тәбиғи тойғоға эйәреп эш итеүҙәре уларҙы һәләк итә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ