18 «Әгәр тәҡүә кеше саҡ ҡотола икән, аллаһыҙҙар һәм гонаһлылар ҡайҙа барыр?»
18 «Әгәр тәҡүә кеше саҡ ҡотола икән, аллаһыҙҙар һәм гонаһлылар менән ни булыр?»
Һалым йыйыусылар менән башҡа гонаһлыларҙың байтағы, Ғайсаны тыңлау өсөн, Уның янына йыйылған.
Әгәр йәшелләнеп ултырған ағас менән шулай ҡылалар икән, ҡороғандарына ни булыр?
Шәкерттәрҙең рухын күтәреп, иманда ныҡ торорға өндәнеләр. – Алла Батшалығына инеү күп михнәттәр аша буласаҡ, – тине улар.
Ул: «Ҡурҡма, Павел! Һин ҡайсар алдында булырға тейешһең. Һинең менән булған кешеләрҙең бөтәһенә лә Алла тормош бүләк итә», – тине.
Павел йөҙбашыға һәм ғәскәриҙәргә: – Улар карапта ҡалмаһа, һеҙ ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тине.
Яманлыҡ ҡылып хәҡиҡәткә ҡаршы торорға теләгән кешеләрҙең һәр төрлө динһеҙлегенә һәм яуызлығына күктән Алланың ярһыуы асыла бара.
Беҙ бер ярҙамһыҙ булған саҡта, Мәсих беҙҙең – Алланы һанға һуҡмаусылар өсөн, үлде.
Әммә Алла беҙгә Үҙ мөхәббәтен шулай иҫбат итте: Мәсих, гонаһлы булған сағыбыҙҙа уҡ, беҙҙең өсөн үлде.
Шуның өсөн, аяғымда ныҡ баҫып торам тип уйлаған һәр кем, йығылмаҫ өсөн, һаҡ булһын.
Ҡанун тәҡүә кешеләр өсөн сығарылмаған, ул ҡанунһыҙҙар һәм буйһонмаусылар, Алланы һанға һуҡмаусылар һәм гонаһлылар, динһеҙҙәр һәм изге нәмәләргә битарафтар, ата-әсәһенә ҡул күтәреүселәр, кеше үлтереүселәр,
Алланың ял биреү урынына инә алыуыбыҙ тураһындағы вәғәҙәһе үҙ көсөндә ҡала әле, шуға ла һеҙҙең берегеҙ ҙә ошо мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаһын өсөн, һаҡ булайыҡ.
Һеҙ ғәйепһеҙҙе хөкөм иттегеҙ һәм үлтерҙегеҙ: ул һеҙгә ҡаршылашманы.
Айыҡ аҡыллы һәм уяу булығыҙ, һеҙҙең дошманығыҙ Иблис, үкереүсе арыҫлан һымаҡ, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй.
Ә шул уҡ һүҙ менән хәҙерге күк һәм ер, уттан һәләк ителеү өсөн, хөкөм көнөнәсә һаҡланып тора. Шул көндә аллаһыҙҙар ҙа юҡ ителәсәк.
Ул бөтөнөһөн хөкөм итер, үҙҙәренең ҡылған динһеҙ эштәре менән Уға ҡаршы торған бөтә динһеҙҙәрҙе һәм динһеҙ гонаһлыларҙы Уға ҡаршы әйткән әҙәпһеҙ һүҙҙәрендә фашлар».