12 Ҡәҙерлеләрем! Һынау уты үтергә тура килгәнгә ғәжәпләнмәгеҙ, бында сәйер бер ни ҙә юҡ.
12 Һөйөклөләрем! Һынау уты үтергә тура килгәнгә ғәжәпләнмәгеҙ, бында сәйер бер ни ҙә юҡ.
Һеҙ әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына дусарһығыҙ. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро, һәм Ул артабан да көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙы йырып сыға алыуығыҙ өсөн, уны үтеү юлын да күрһәтәсәк.
һәр береһенең эше асыҡ күренеп торасаҡ, уны хөкөм көнө белдерәсәк. Был көн ут менән асыласаҡ, ә ут инде һәр кемдең эш сифатын һынаясаҡ.
Әйткәндәй, Ғайса Мәсих менән берлектә булған тормош алып барырға, ысын иман менән йәшәргә теләгәндәрҙең бөтөнөһө лә эҙәрлекләнер.
Ҡәҙерлеләрем! Һеҙ был донъяла – илгиҙәрҙәр һәм мосафирҙар. Шуға күрә һеҙҙе йәнгә ҡаршы көрәшеүсе гонаһлы теләктәрҙән йыраҡ торорға саҡырам.
Шуға күрә мәжүсиҙәр һеҙҙең бүтәнсә үҙҙәре менән бергә шул аҙғынлыҡтарҙа ҡатнашмауығыҙға ғәжәпләнә һәм һеҙҙе яманлай.
Имандаштарығыҙҙың донъяла шундай уҡ ғазаптарға дусар ителеүен белеп, Иблискә ныҡлы иман менән ҡаршы баҫығыҙ.