Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Петр 4:10 - Инжил

10 Алланан ниндәй һәләт алған булһағыҙ, һәр ҡайһығыҙ шул һәләт менән бер-берегеҙгә хеҙмәт итегеҙ. Яҡшы идарасылар кеүек, Алла тарафынан бирелгән төрлө һәләттәрҙе ҡулланығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Алланан ниндәй бүләк алған булһағыҙ, һәр ҡайһығыҙ шул һәләт менән бер-берегеҙгә хеҙмәт итегеҙ. Яҡшы идарасылар кеүек, Алла тарафынан бирелгән төрлө һәләттәрҙе ҡулланығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Петр 4:10
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, күптәрҙе йолоп алыр өсөн, Үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә тип килде, – тине.


Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер.


Ул ваҡытта донъя яратылғандан бирле бөгөнгө көнгә тиклем булмаған һәм бер ҡасан да булмаясаҡ ҙур афәт килер.


Ә ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты үҙ ваҡытында өләшеү өсөн, хужа хеҙмәтселәренең береһен башҡалары өҫтөнән ҡуя.


Ике талант алғаны ла шулай уҡ тағы ике талант эшләп алыуға өлгәшә.


Шунда былары ла: «Хужабыҙ! Ҡасан беҙ Һинең ас булғаныңды, һыуһағаныңды, мосафирлығыңды, яланғас, ауырыу булғаныңды, төрмәлә ултырғаныңды күрҙек һәм Һиңә ярҙам итмәнек?» – тип һорарҙар.


Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм күптәрҙе йолоп алыр өсөн Үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә килде.


Раббы Ғайса иһә былай тигән: – Ә ышаныслы һәм аҡыллы идарасы ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты үҙ ваҡытында өләшеү өсөн, хужа бер хеҙмәтсеһен башҡалары өҫтөнән ҡуя.


Юлға сығыр алдынан ун хеҙмәтсеһен саҡырып алған да берәр көмөш тәңкә биреп: «Мин ҡайтҡансы быларҙы файҙаланығыҙ һәм табыш алығыҙ», – тигән.


Ирод йортонда идара итеүсе Хузаның ҡатыны Иоанна, Сусанна һәм байтаҡ башҡа ҡатындар ҙа Уның менән бергә булған. Был ҡатындар Ғайсаға һәм Уның шәкерттәренә үҙ иҫәптәренән ярҙам иткән.


Ә хәҙер, имандаштарға хеҙмәт итеү өсөн, Иерусалимға юлланам,


Улар үҙҙәре шундай ҡарарға килде; һәм, ысынлап та, элекке мәжүсиҙәрҙең хәҙерге имандаш йәһүд туғандары алдында бурысы бар. Иерусалимдағы иман тотоусыларҙың рухи байлығын уртаҡлашҡанға күрә, уларға матди яҡтан ярҙам күрһәтергә тейештәр.


Әммә Алла мәрхәмәте менән мин илсе булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте.


Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт буйынса, мин зирәк төҙөүсе кеүек нигеҙ һалдым, ә икенсе берәү шул нигеҙҙең өҫтөнә төҙөй. Һәр кем үҙенең нисек төҙөүенә иғтибар итһен.


Һине кем өҫтөн итеп ҡуйҙы? Юғарынан бирелгәндән тыш, һинең үҙеңдең нимәң бар? Юғарынан бирелгән икән, ни өсөн унан алмаған һымаҡ маҡтанаһың?


Беҙ иһә, Алла хеҙмәтселәре булараҡ, һеҙгә бүләк ителгән Алла мәрхәмәте бушҡа булмаһын, тип үтенеп һорайбыҙ.


Асылда, Иерусалимдағы изгеләргә ярҙам итеү тураһында һеҙгә яҙып тороу артыҡтыр,


Миңә, бөтөн иманлылар араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,


Ул Үҙе ҡайһы берҙәрен – илселәр, икенселәрен – пәйғәмбәрҙәр, бәғзеләрен – Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүселәр, ҡайһыларын – башлыҡ һәм өйрәтеүсе итеп ҡуйҙы.


Раббы килгән көндә ул Уның ярҙамы менән Алла шәфҡәтен алһын. Уның Ефеста саҡта миңә нисек хеҙмәт иткәнен үҙең беләһең.


Етәксе, Алла эштәре менән идара итеүсе булараҡ, намыҫлы тормош алып барған кеше булһын. Ул тәкәббер ҙә, ҡыҙыу ҙа, эскесе лә, һуғыш суҡмары ла, һаран да булмаҫҡа тейеш.


Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ.


Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм Ғайса Мәсих аша һеҙҙе Үҙенең мәңгелек данына саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк.


Мин һеҙгә үҙем ышаныслы тип һанаған имандашыбыҙ Силуан аша һеҙҙе дәртләндереп, һәм Алланың ысын мәрхәмәте хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, ҡыҫҡаса ғына яҙҙым. Шул мәрхәмәт менән ныҡ тороғоҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ