Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Петр 3:9 - Инжил

9 Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән яуап ҡайтармағыҙ. Киреһенсә, фатиха бирегеҙ, сөнки һеҙ шуның өсөн, фатиха ҡабул итһен өсөн саҡырылғанһығыҙ. Изге Яҙмала әйтелгән:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән түгел, киреһенсә, фатиха менән яуап ҡайтарығыҙ, сөнки һеҙ шуның өсөн саҡырылғанһығыҙ һәм фатиха алырһығыҙ. Изге Яҙмала әйтелгән:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Петр 3:9
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Өйҙәрен, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, ата-әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын Минең хаҡҡа ҡалдырып киткән һәр кемгә йөҙ тапҡыр күберәк биреләсәк һәм ул мәңгелек тормош аласаҡ.


Шунда, уң яғында тороусыларға Батша: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ.


Ә Мин һеҙгә әйтәм: үҙеңә яуызлыҡ ҡылыусыға ҡаршы торма. Уң яңағыңа һуҡҡан кешегә һул яңағыңды ла ҡуй.


Ә Мин һеҙгә әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм үҙегеҙҙе эҙәрләүселәр өсөн доға ҡылығыҙ.


Ғайса юлға сыҡҡанда янына бер кеше йүгереп килде лә, Уның алдында тубыҡланып: – Изгелекле Остаз, мәңгелек тормош алыр өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны.


Бына бер ҡанун белгесе урынынан торған да, Ғайсаны һынарға теләп: – Остаз, мәңгелек тормош алыр өсөн миңә нимә эшләргә? – тигән.


Башлыҡтарҙың береһе Ғайсанан: – Изгелекле Остаз, мәңгелек тормош алыр өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораған.


Һеҙҙе эҙәрлекләүселәргә Алланан фатиха һорағыҙ. Фатиха һорағыҙ, ҡарғамағыҙ.


Бер кемгә лә яманлыҡҡа ҡаршы яманлыҡ ҡылмағыҙ, киреһенсә, тормош рәүешегеҙ бөтөнөһө өсөн дә өлгө булып торһон.


Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға бөтөн нәмә файҙаға ғына.


Алла кемдәрҙе алдан билдәләп ҡуйған, шуларҙы саҡырып алған. Кемдәрҙе саҡырып алған, шуларҙы иһә аҡлаған. Аҡланғандар менән иһә Ул Үҙенең даны менән уртаҡлашты.


Был Ибраһимға бирелгән фатиха Ғайса Мәсих аша башҡа халыҡтарға ла килһен һәм вәғәҙә ителгән Рухты иман аша беҙ ҙә ала алһын өсөн эшләнде.


Бер-берегеҙгә ҡарата изгелекле, шәфҡәтле булығыҙ, Алла һеҙҙе Мәсих аша кисергән кеүек, бер-берегеҙҙе кисерегеҙ.


Яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән яуап биреүгә берегеҙгә лә юл ҡуймағыҙ; һәр ваҡыт үҙ-ара һәм бөтөнөһөнә лә яҡшылыҡ эшләгеҙ.


Һеҙ беләһегеҙ, һуңынан ул фатиха алырға теләгән, ләкин кире ҡағылған. Был хаҡта күҙ йәштәре аша һораһа ла, хәл барышын бер нисек тә үҙгәртә алмаған.


Ул: «Мин һиңә фатихамды йәлләмәйенсә бирәсәкмен һәм тоҡомоңдо ишәйткәндән ишәйтәсәкмен», – тигән.


Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм Ғайса Мәсих аша һеҙҙе Үҙенең мәңгелек данына саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ