19 Рухы менән Ул тотҡондағы рухтар янына барып вәғәз әйтте.
Мәсих тә бит, беҙҙе Алла янына алып барыу өсөн, ғәҙелһеҙ кешеләр урынына ғәҙел Кеше булараҡ, гонаһтарыбыҙ өсөн бер тапҡыр һәм мәңгегә ғазап сикте. Шулай итеп Уның тәне үлтерелде, әммә Рух ярҙамында Ул терелтелде.
Был рухтар боронғо замандарҙа – Нух көндәрендә – Аллаға итәғәтһеҙ булған. Ә Алла, сабырлыҡ күрһәтеп, кәмә төҙөлгән ваҡытта, Нух көндәрендә уларҙың тәүбәгә килеүен көткән. Ул карапта бик аҙҙар, һигеҙ кеше генә, һыу аша ҡотолоп сыҡҡан.
Шуға күрә, был донъяла тәндәре менән хөкөм ителһәләр ҙә, рухтары менән Алла һымаҡ йәшәһендәр өсөн, Һөйөнөслө Хәбәр үлеләргә лә иғлан ителде.
Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, улай эшләмә! Мин һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра бит.
Мең йыл үткәс, Иблис үҙ төрмәһенән азат ителәсәк һәм ерҙең һәр мөйөшөндәге халыҡтарҙы, йәғни Гог һәм Магогты алдап, уларҙы һуғышҡа барыр өсөн йыя башлар. Һандары диңгеҙҙәге ҡом бөртөгө иҫәбендә булыр.