13 Әгәр ҙә яҡшылыҡ эшләргә ынтылһағыҙ, һеҙгә кем яуызлыҡ ҡылыр?
Етәкселәр яҡшылыҡ ҡылыусылар өсөн түгел, яманлыҡ ҡылыусылар өсөн ҡурҡыныс. Хакимлыҡтан ҡурҡмаҫҡа теләһәң, яҡшылыҡ эшлә һәм маҡтау алырһың.
Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға бөтөн нәмә файҙаға ғына.
Мөхәббәтте маҡсат итеп, Изге Рухтан килгән һәләттәргә, бигерәк тә пәйғәмбәрлек итеү һәләтенә ынтылығыҙ.
Алланың ҡәҙерле балалары булараҡ, Уға оҡшарға тырышығыҙ.
Яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән яуап биреүгә берегеҙгә лә юл ҡуймағыҙ; һәр ваҡыт үҙ-ара һәм бөтөнөһөнә лә яҡшылыҡ эшләгеҙ.
ул үҙенең изге эштәре менән билдәле, йәғни балалар тәрбиәләп үҫтергән, ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән, имандаштарына хеҙмәтсе кеүек булған, ауырлыҡ күргәндәргә ярҙам иткән һәм үҙен һәр төрлө яҡшы эшкә бағышлаған.
Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алайым һәм яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торһон өсөн халҡын таҙарындырайым тип, Үҙен беҙҙең хаҡҡа ҡорбан итте.
Ҡәҙерле дуҫым! Яуызлыҡты өлгө итеп алма, яҡшылыҡҡа эйәр. Яҡшылыҡ ҡылыусылар – Алланан, яуызлыҡ ҡылыусы иһә Алланы күрмәгән.