Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Петр 3:11 - Инжил

11 Яуызлыҡтан ситләшһен һәм яҡшылыҡ ҡылһын, тыныслыҡ эҙләһен һәм шуға ынтылһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Яуызлыҡтан тайпылһын, яҡшылыҡ ҡылһын; тыныслыҡ эҙләһен, шуға ынтылһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Петр 3:11
37 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай эшләп, һеҙ Күктәге Атағыҙҙың балалары булыуығыҙҙы күрһәтерһегеҙ, сөнки Алла Үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, рәхимлеләр өсөн дә ҡалҡыта һәм ямғырын тәҡүә кешеләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра.


Татыулыҡ урынлаштырыусылар бәхетле, сөнки улар Алла балалары тип аталыр.


Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла.


Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән, теләгән мәлегеҙҙә уларға яҡшылыҡ күрһәтә алаһығыҙ, Мин иһә һәр ваҡыт янығыҙҙа булмам.


Был ут ҡараңғыла һәм үлем күләгәһендә ултырғандарға яҡтылыҡ нуры һибәсәк һәм беҙҙе тыныслыҡ юлына йүнәлтәсәк.


Ә һеҙ дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, кешеләргә яҡшылыҡ эшләгеҙ, кире алырға өмөт итмәйенсә, бурысҡа бирегеҙ. Шулай итһәгеҙ, һеҙгә әжер мул төшөр һәм Аллаһы Тәғәләнең балалары булырһығыҙ. Сөнки Ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгәндәргә лә, яуыздарға ла миһырбанлы.


Шул саҡ Ғайса ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙан: – Мин һеҙгә шундай һорау бирәм: шәмбе көнө яҡшылыҡ эшләү дөрөҫмө, әллә яманлыҡмы? Кешенең ғүмерен ҡотҡарыумы, әллә һәләк итеүме? – тип һораған.


Мин Һинән уларҙы донъянан алыуыңды түгел, ә Иблистән һаҡлауыңды үтенәм.


Әгәр мөмкинлегегеҙ бар икән, барыһы менән дә хәлегеҙҙән килгәнсә татыу йәшәгеҙ.


Алла батшалығы ризыҡ менән эсемлектән түгел, ә Изге Рух биргән хаҡлыҡ, именлек һәм шатлыҡтан тора.


Шулай булғас, именлеккә һәм иманда бер-беребеҙгә ярҙам итергә ынтылайыҡ.


Шулай итеп, беҙ иман аша аҡланыу алғас, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Алла менән беҙҙең арабыҙҙа тыныслыҡ урынлаша.


Эшләргә теләгән изгелекте түгел, ә теләмәгән яуызлыҡты ҡылам.


Шулай итеп, үҙем өсөн бына шундай ҡанундың эш итеүен белеп ҡалдым: мин яҡшылыҡ эшләргә теләйем, әммә яманлыҡ ҡылыуҙан арына алмайым.


Гонаһлы тәбиғәт буйынса уйлау – үлемгә, ә Рух буйынса уйлау тормошҡа һәм именлеккә килтерә,


Рухтың емештәре иһә: мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, итәғәтлек, изгелек, тоғролоҡ,


Шуға күрә яйы сыҡҡан һайын һәр кешегә, бигерәк тә имандаштарға изгелек ҡылайыҡ.


Йөрәктәрегеҙҙә Мәсих именлеге хакимлыҡ итһен. Һеҙ, бер тәндең ағзалары булып, тап ошо именлеккә саҡырылдығыҙ ҙа инде. Рәхмәтле булығыҙ!


Улар изгелек ҡылһын, яҡшы эштәре менән бай булһын, йомарт һәм үҙҙәрендә булғанды башҡалар менән бүлешергә әҙер торһон.


Бөтөнөһө менән дә тыныс йәшәгеҙ һәм изгелеккә ынтылығыҙ: изгелеккә ынтылмайынса бер кем дә Раббыны күрмәҫ.


Кешеләргә изгелек эшләүҙе һәм башҡалар менән уртаҡлашыуҙы онотмағыҙ – нәҡ шундай ҡорбандар Алла тарафынан хуплана.


Шулай итеп, кем дә кем яҡшылыҡ ҡылырға кәрәклеген белеп тә эшләмәй, ул гонаһ ҡыла.


Сөнки Раббының күҙҙәре тәҡүә кешеләргә, ҡолаҡтары уларҙың доғаһына йүнәлгән, әммә Раббының йөҙө яманлыҡ ҡылыусыларға ҡаршы тора».


Ҡәҙерле дуҫым! Яуызлыҡты өлгө итеп алма, яҡшылыҡҡа эйәр. Яҡшылыҡ ҡылыусылар – Алланан, яуызлыҡ ҡылыусы иһә Алланы күрмәгән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ