Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Петр 2:8 - Инжил

8 Ул – кешеләр абынасаҡ таш, улар абынып йығыласаҡ ҡая». Был ташҡа абыналар, сөнки Уға буйһонмайҙар. Был улар өсөн алдан билдәләнгән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Ул – кешеләрҙе абындырыр таш, һөрөндөрөр ҡая». Был ташҡа абыналар, сөнки Уға буйһонмайҙар. Был улар өсөн алдан билдәләнгән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Петр 2:8
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Симеон уларҙы фатихалап, Баланың әсәһе Мәрйәмгә: – Был Бала, Израилдә күптәрҙең түбән төшөүенә һәм күтәрелеүенә сәбәп булһын өсөн, илаһи билдә итеп һайланған. Был билдәне кире ҡағырҙар,


Алла ла шулай уҡ эшләне түгелме һуң? Әгәр Ул Үҙенең асыуын һәм ҡөҙрәтен күрһәтергә теләп, һәләкәткә дусар ителгән «нәфрәт көршәктәре»нә ҡарата ҙур сабырлыҡ күрһәткән булһа? Быны Ул Үҙенең даны хаҡына алдан уҡ Үҙе әҙерләгән «шәфҡәт көршәктәре»нә Үҙенең данының байлығын асыу өсөн дә эшләне.


Беҙ иһә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Мәсихте вәғәзләйбеҙ, был – йәһүдтәр өсөн мыҫҡыллау, башҡаларға – ахмаҡлыҡ,


Берәүҙәргә беҙ – һәләкәткә илтеүсе үлем еҫе, ә икенселәргә – тереклек биреүсе йәшәүҙең хуш еҫе. Бындай эшкә кем һәләтле һуң?


Имандаштар, әгәр сөннәткә ултыртылыуҙың кәрәклеген әле лә вәғәзләйем икән, ни өсөн мине һаман эҙәрлекләйҙәр? Ул ваҡытта арҡысаҡ тураһында өйрәтеүем дә кәртә булып тормаҫ ине.


Алла беҙҙе Үҙенең асыуына дусар итеү өсөн түгел, ә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләне.


Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Бына Мин, һайлап алып, Сионда нигеҙҙең ҡиммәтле мөйөш ташын һалам. Уға инаныусы һис кем оятҡа ҡалмаясаҡ».


Шулай итеп, Ул һеҙ – иманлылар өсөн намыҫ билдәһе, ә иман тотмаусылар өсөн: «Төҙөүселәр, яраҡһыҙ, тип кире ҡаҡҡан таш иң мөһим мөйөш ташы булды.


Ялған өйрәтеүселәр, ҡомһоҙланып, үҙҙәре уйлап сығарған өйрәтеүҙәре ярҙамында һеҙҙең иҫәпкә байлыҡ туплар. Улар өҫтөнән күптән инде хөкөм тора, уларҙың һәләкәте ҡотолғоһоҙ.


Арағыҙға һиҙҙермәй генә ҡайһы бер аллаһыҙ кешеләр килеп инде. Улар, үҙҙәренең аҙғынлыҡтарын аҡлау өсөн, Аллабыҙҙың мәрхәмәтен боҙоп күрһәтә һәм шуның менән берҙән-бер Хакимыбыҙ һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте инҡар итә. Уларҙың хөкөм ителәсәге Изге Яҙмала күптән инде әйтелгән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ