Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Петр 2:1 - Инжил

1 Шулай итеп, һәр төрлө яуызлыҡты һәм мәкерҙе, ике йөҙлөлөктө һәм көнсөллөктө, һәр төрлө ғәйбәтте ситкә ташлағыҙ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Шулай итеп, һәр төрлө яуызлыҡты һәм мәкерҙе, ике йөҙлөлөктө һәм көнсөллөктө, һәр төрлө ғәйбәтте ситкә ҡуйығыҙ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Петр 2:1
50 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ике йөҙлөләр! Ишағыя пәйғәмбәрлек иткән ваҡытында һеҙҙең хаҡта ҡайһылай дөрөҫ әйткән:


Һеҙ ҙә шундай уҡ: тыштан кешеләргә тәҡүә булып күренәһегеҙ, ә эсегеҙ тулы ике йөҙлөлөк һәм ҡанунһыҙлыҡ.


уны ҡаты язаға тарттырыр һәм ике йөҙлөләр менән бер яҙмышҡа дусар итер: унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер.


Ике йөҙлө! Тәүҙә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне сығар, унан һуң асыҡ күрерһең һәм туғаныңдың күҙендәге сүпте ала алырһың.


Уларҙың ике йөҙлөлөгөн белеп, Ғайса: – Ниңә һеҙ Миңә ау ҡораһығыҙ? Миңә динар алып килеп күрһәтегеҙ әле! – тине.


Ҡайғы һеҙгә! Һеҙ билдәләнмәгән ҡәбер һымаҡ: кешеләр унда ҡәбер икәнен белмәйенсә, уларҙың өҫтөнән тапап йөрөй.


Был ваҡытта меңәрләгән кеше йыйылған, улар бер-береһен ҡыҫырыҡлаған. Ғайса иң тәүҙә Үҙенең шәкерттәренә мөрәжәғәт итеп һүҙ башлаған: – Фарисейҙар әсеткеһенән, йәғни ике йөҙлөлөктән һаҡ булығыҙ.


Үҙ күҙеңдәге бүрәнәне күрмәй тороп, туғаныңа: «Ағай, күҙеңдәге сүпте алайым әле!» – тип нисек әйтә алаһың? Ике йөҙлө! Тәүҙә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне сығар, унан һуң асыҡ күрерһең һәм туғаныңдың күҙендәге сүпте ала алырһың.


Ғайса, Үҙенә табан килгән Нафанаилды күреп, уның хаҡында: – Бына ысын Израиль кешеһе, ул алдаша белмәй, – тине.


Уларҙың күңелдәре һәр төрлө яманлыҡ, мәкер, ҡомһоҙлоҡ, яуызлыҡ, көнсөллөк, шулай уҡ кеше үлтереү, ыҙғыш-талаш, алдау, насар уйҙар менән тулы. Улар ғәйбәтселәр,


Имандаштар, уйҙарығыҙ балаларҙыҡы кеүек булмаһын, яманлыҡҡа ҡарата сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ.


Шуға күрә, иҫке – мәкерлек һәм яуызлыҡ әсеткеһенән бешерелгән икмәк менән түгел, ә сөсө – сафлыҡ һәм хәҡиҡәт икмәге менән байрам итәйек.


Мин, барғас, һеҙҙе үҙем теләгән хәлдә күрмәҫмен тип ҡурҡам, һәм һеҙ ҙә мине үҙегеҙ теләгән хәлдә, бәлки, тап итмәҫһегеҙ. Арағыҙҙа ғауғалар, көнсөллөк, асыу, бер-береһен уҙырға тырышыу, яла яғыуҙар, ғәйбәттәр, тәкәбберлек, тәртипһеҙлектәр табыуҙан ҡурҡам.


Әсенеү, ярһыу, асыу, ҡысҡырыу, яман теллелек һәм һәр төрлө яуызлыҡтарҙан баш тартығыҙ.


Беҙҙең саҡырыуҙа яңылышлыҡ та, ҡара ниәт тә, ялған да юҡ.


Шулай уҡ, ярҙамсы ҡатындар ҙа ихтирамға лайыҡ, яла яғып йөрөмәгән, айыҡ аҡыллы, һәр яҡлап ышаныс яулаған кеше булһын.


өлкән йәштәге ҡатындар, ысын иманлы кешеләргә хас булғанса, үҙҙәрен әҙәпле тотһон, ғәйбәт һөйләмәһен, эскелеккә бирелмәһен, яҡшылыҡҡа өйрәтһен;


Беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа шаһиттар шул тиклем күп, шуға күрә киләсәктә юлыбыҙҙа торған бөтөн ауырлыҡтарҙы, беҙгә сырмалып алған гонаһтарҙы алып ташлайыҡ һәм алда торған ярыш юлын сыҙамлыҡ менән йүгереп үтәйек.


Шуға күрә һәр төрлө әшәкелектән һәм ныҡ таралған яуызлыҡтан ваз кисеп, йөрәктәрегеҙгә сәселгән Алла һүҙен баҫалҡылыҡ менән ҡабул итегеҙ; ул һүҙ һеҙҙең йәндәрегеҙҙе ҡотҡарырға һәләтле.


Әммә йөрәктәрегеҙҙе әсе көнсөллөк һәм мин-минлек биләһә, маһаймағыҙ һәм хәҡиҡәткә ҡаршы ялғанламағыҙ.


Имандаштарым, бер-берегеҙҙең яманатын һатмағыҙ. Үҙ имандашының яманатын һатҡан йәки уны хөкөм иткән кеше ҡанундың яманатын һата һәм ҡанунды хөкөм итә. Әгәр ҙә ҡанунды хөкөм итәһең икән, һин ҡанунды үтәүсе түгел, ә Уны хөкөм итеүсеһең.


Йәки Изге Яҙмала: «Алла Үҙе беҙгә һалған рухты көнләшеү дәрәжәһенә етеп ярата», – тип юҡҡа әйтелгәнме ни?


Алла һеҙҙе хөкөм итмәһен өсөн, бер-берегеҙгә зарланмағыҙ, имандаштар: Хөкөмдар инде ишек төбөндә тора.


Ирекле кешеләр булараҡ, ирегегеҙҙе яуызлыҡты йәшереү өсөн файҙаланмағыҙ, Алланың ҡолдары кеүек йәшәгеҙ,


Изге Яҙмала яҙылғанса: «Ул гонаһ ҡылманы, һәм Уның телендә мәкерлек табылманы».


«Кем тормошто яратырға һәм яҡшы көндәрҙе күрергә теләй, телен яманлыҡтан, ауыҙын мәкерле һүҙҙәрҙән тыйһын.


Шуға күрә мәжүсиҙәр һеҙҙең бүтәнсә үҙҙәре менән бергә шул аҙғынлыҡтарҙа ҡатнашмауығыҙға ғәжәпләнә һәм һеҙҙе яманлай.


уларҙың телдәрендә ялған булманы, улар саф булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ