Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Петр 1:8 - Инжил

8-9 Һеҙ Уны күрмәгән булһағыҙ ҙа, яратаһығыҙ; хәҙер ҙә, күрмәһәгеҙ ҙә, Уға ышанаһығыҙ һәм иманығыҙҙың маҡсатына – йәнегеҙҙең ҡотолоуына өлгәшеп, әйтеп бөтөргөһөҙ һәм иҫ киткес ҙур ҡыуаныс менән шатланаһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8-9 Һеҙ Уны күрмәгән булһағыҙ ҙа, яратаһығыҙ; хәҙер ҙә, күрмәгән килеш, Уға ышанаһығыҙ һәм иманығыҙҙың маҡсатына – йәнегеҙҙең ҡотолоуына өлгәшеп, әйтеп бөтөргөһөҙ һәм иҫ киткес ҙур ҡыуаныс менән шатланаһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Петр 1:8
37 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Атаһын йәки әсәһен Миңә ҡарағанда нығыраҡ яратыусы Миңә лайыҡ түгел. Улын йәки ҡыҙын Миңә ҡарағанда нығыраҡ яратыусы Миңә лайыҡ түгел.


– Әгәр Мине яратһағыҙ, әмерҙәремде үтәрһегеҙ.


Әмерҙәремде ҡабул итеп, уларҙы үтәгән кеше Мине ярата. Ә Мине яратҡан кешене Атам да яратыр, Мин дә яратырмын һәм уға Үҙемде күрһәтермен.


Мине яратмаған кеше һүҙемде лә тотмай. Ә бит һеҙ ишетә торған һүҙ Минән түгел, ә Мине ебәргән Атанан.


Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә хәҙер ҡайғыраһығыҙ; әммә Мин һеҙҙе тағы күрәсәкмен, күңелегеҙҙе шатлыҡ биләп алыр һәм ул шатлыҡты һеҙҙән бер кем дә тартып ала алмаҫ.


Ғайса уға: – Һин Мине күргәнгә күрә ышандың. Мине күрмәйенсә иман тотоусылар бәхетле, – тине.


Ғайса уларға былай тине: – Атағыҙ Алла булһа, һеҙ Мине яратыр инегеҙ, сөнки Мин янығыҙға Алланан килдем. Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ул ебәрҙе.


Үҙенең өйөнә алып килеп, ул уларға табын әҙерләне һәм Аллаға инаныуы өсөн бөтә ғаиләһе менән ҡыуанды.


Алла батшалығы ризыҡ менән эсемлектән түгел, ә Изге Рух биргән хаҡлыҡ, именлек һәм шатлыҡтан тора.


Изге Рухтың ҡөҙрәте менән өмөтөгөҙ артһын өсөн, өмөт биреүсе Алла һеҙҙе Уға инаныу аша бөтөн шатлыҡ һәм именлек менән һуғарһын.


Раббыны яратмаусыларға ҡәһәр төшһөн. Раббыбыҙ, кил!


Үҙ мисәте менән тамғаланы, беҙгә биреләсәк нәмәләр өсөн йөрәктәребеҙгә ышаныслы билдә булараҡ Рух бирҙе.


Шуға ла беҙ әле күренгәнгә түгел, ә күренмәгәнгә иғтибарыбыҙҙы туплайбыҙ, сөнки күренгәне – ваҡытлыса, күренмәгәне иһә – мәңгелек.


Беҙ күҙ күргән нәмәләр менән түгел, ә иман менән йәшәйбеҙ бит.


Әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур бүләге өсөн Аллаға рәхмәт!


Рухтың емештәре иһә: мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, итәғәтлек, изгелек, тоғролоҡ,


Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте бөтмәҫ һөйөү менән яратыусыларҙың бөтөнөһөнә лә Алланың мәрхәмәте булһын.


Быға ныҡ инанғанлыҡтан, һеҙҙең менән ҡалып, имандағы уңышығыҙ һәм ҡыуанысығыҙ хаҡына барығыҙ менән бергә булырмын.


Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Мәсих менән ғорурланыусылар.


Раббыла һәр нәмәнән ҡыуаныс табығыҙ. Ҡабатлап әйтәм, ҡыуаныс табығыҙ!


Иман – ул өмөтләнеп көткәндәрҙең тормошҡа ашыуына ышаныс һәм күренмәгән нәмәләрҙең барлығын раҫлау.


Муса, иман аша, батшаның асыуынан ҡурҡмайынса, Мысырҙан китә. Күҙгә күренмәҫ Алланы йәнәһе лә күргән кеше һымаҡ, ул түҙҙе.


Шуға күрә, әле һәр төрлө һынауҙарҙан әҙ генә ваҡытҡа ғазап сигергә тейеш булһағыҙ ҙа, ҡыуанығыҙ.


Шулай итеп, Ул һеҙ – иманлылар өсөн намыҫ билдәһе, ә иман тотмаусылар өсөн: «Төҙөүселәр, яраҡһыҙ, тип кире ҡаҡҡан таш иң мөһим мөйөш ташы булды.


Һәм Баш Көтөүсе килгәс, һеҙ һулымай торған дан тажын алырһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ