Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Петр 1:23 - Инжил

23 Һеҙҙең яңы тормошоғоҙҙоң инеше иҫкерә торған орлоҡ түгел, ә иҫкермәй торған орлоҡ. Был – Алланың тере һәм мәңгелек һүҙе!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Һеҙ фани орлоҡтан түгел, фани булмаған орлоҡтан, Алланың тере һәм мәңгелек һүҙе аша яңынан тыуҙығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Петр 1:23
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем юҡҡа сыҡмаясаҡ.


Был ҡиссаның асылы шунда: орлоҡ – Алла һүҙе.


Улар ҡандан да, тәндең көҫәүенән һәм кешенең теләгенән дә түгел, ә Алланан тыуҙы.


Бар нәмә Һүҙ аша яратылған, һәм яратылған бер нәмә лә Унан башҡа барлыҡҡа килмәгән.


Ғайса уға: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше юғарынан тыумаһа, ул Алла Батшалығын күрә алмаҫ, – тип яуап бирҙе.


Ғайса былай тип яуапланы: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше һыуҙан һәм Рухтан тыумаһа, Алла Батшалығына инә алмаҫ!


Бары тик Рух ҡына тормош бирә, кеше бында көсһөҙ. Минең һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрем дә Рухтан килә һәм тормош бирә.


Мәңге үлемһеҙ Алланың данын фани кешеләргә, ҡоштарға, дүрт аяҡлыларға һәм һөйрәлеүселәргә оҡшаған һындарға алмаштырҙылар.


Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле. Ул ике яғы ла үткер әллә ниндәй ҡылыстарыңдан да былай үткерерәк. Ул беҙҙең эсебеҙгә шул тиклем тәрән үтеп инә, хатта йәнде рухтан, быуындарҙы һөйәк елегенән айыра. Ул күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе, ниәттәрҙе хөкөм итә.


Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булыуыбыҙ өсөн, Ул беҙҙе Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.


ә Раббы һүҙе мәңгегә ҡала». Был һүҙ һеҙгә иғлан ителгән Һөйөнөслө Хәбәрҙең үҙе.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһына һәм Атаһына дан! Ул Үҙенең бөйөк мәрхәмәте менән Ғайса Мәсихте үленән терелтеү аша беҙҙе яңынан тыуҙырҙы


Алланан тыуған гонаһ ҡылмай, сөнки унда Алла орлоғо бар. Ул гонаһ ҡыла алмай, сөнки ул Алланан тыуған.


Алланан тыуғандарҙың гонаһ ҡылмауын беҙ беләбеҙ. Алланан тыуған Ул уны һаҡлай һәм Иблис уларға ҡағыла алмай.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ