Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Петр 1:17 - Инжил

17 Һәр кемде эшенә ҡарап тигеҙ күргән Хөкөм итеүсене доға ҡылғанда Атам тип атайһығыҙ икән, был ерҙә килмешәк булып йәшәгән саҡта ғүмер юлығыҙҙы ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән үтегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Һәр кемде эшенә ҡарап тигеҙ күргән Хөкөм итеүсене доға ҡылғанда Атам тип атайһығыҙ икән, был донъяла мосафир булып йәшәгән саҡта ғүмер юлығыҙҙы ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән үтегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Петр 1:17
33 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.


Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Ирод батша яҡлылары менән бергә Ғайса янына ебәрҙе. – Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең дөрөҫөн әйтеүеңде һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемгә лә ярарға тырышмайһың, сөнки кешеләрҙең кемлегенә ҡарамайһың.


Һеҙ ошолай тип доға ҡылығыҙ: Күктәге Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс тип танылһын.


Дөрөҫ, улар иман тотмағанға күрә һындырылды, ә һин иман арҡаһында ялғанып тораһың: мороноңдо күтәрмә, киреһенсә, һаҡ бул.


Һеҙгә Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын.


Шуның өсөн, ошо тәнебеҙҙә саҡта Раббынан алыҫ булыуыбыҙҙы белһәк тә, һәр ваҡыт ышаныс менән йәшәйбеҙ.


Ҡәҙерлеләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы тап төшөүҙән сафландырайыҡ.


Алла ихтыяры менән һеҙ кисергән көйөнөстөң ниндәй тойғолар уятыуын ҡарағыҙ: хаталарҙы төҙәтергә ынтылыш, аҡланыу теләге, булып уҙғандарға ҡарата асыу, ҡурҡыу эҙемтәләре, мине һағыныу, тәүәккәллек һәм ғәйеплегә яза биреү теләге. Был эштә һеҙ һәр яҡтан да үҙегеҙҙең саф булыуығыҙҙы күрһәттегеҙ.


Абруйлы кешеләр ҙә бәйән иткәндәремә ни ҙә булһа өҫтәүемде талап итмәне. Ә уларҙың ниндәй булыуы минең өсөн мөһим түгел ине: Алла кешенең кемлегенә ҡарамай.


һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһы, шөһрәтле Ата, Уны яҡшыраҡ танып белеү өсөн һеҙгә аҡыл һәм асылыш Рухы бирһен тип доға ҡылам.


Шуға күрә мин Атабыҙ алдында тубыҡланып доға ҡылам.


Һеҙ ҙә, хужалар, ҡолдарға ҡарата шундай уҡ мөғәмәләлә булығыҙ, янауҙарҙан тыйылығыҙ. Һеҙҙең дә, уларҙың да Хужаһы күктә булыуын беләһегеҙ, ә Уның өсөн иһә бөтөнөһө лә бер тигеҙ.


Ҡәҙерлеләрем, һеҙ мине янығыҙҙа булғанда ғына түгел, янығыҙҙа булмағанда ла һәр саҡ тыңланығыҙ. Хәҙер иһә, бигерәк тә үҙегеҙҙең ҡотолоу хаҡына, ҡурҡыу һәм ҡалтырау аша хеҙмәтегеҙҙе аҙағына тиклем дауам итегеҙ.


Дөрөҫ эшләмәүселәр ҡылған хаҡһыҙлығы өсөн тейешен аласаҡ, Раббыға бөтөнөһө лә бер тигеҙ.


Беҙгә ҡаҡшамаҫ батшалыҡ бирелә, шуға күрә рәхмәтле булайыҡ һәм ихтирам һәм ҡурҡыу менән Аллаға яраҡлы итеп башыбыҙҙы эйәйек һәм Уға хеҙмәт итәйек,


Алланың ял биреү урынына инә алыуыбыҙ тураһындағы вәғәҙәһе үҙ көсөндә ҡала әле, шуға ла һеҙҙең берегеҙ ҙә ошо мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаһын өсөн, һаҡ булайыҡ.


Ҡәҙерлеләрем! Һеҙ был донъяла – илгиҙәрҙәр һәм мосафирҙар. Шуға күрә һеҙҙе йәнгә ҡаршы көрәшеүсе гонаһлы теләктәрҙән йыраҡ торорға саҡырам.


Әммә йөрәктәрегеҙҙә Мәсихте Хужа итеп изгеләп ололағыҙ. Өмөтөгөҙ хаҡында һеҙҙән хисап талап итеүсе һәр кемгә яуап бирергә һәр ваҡыт әҙер булығыҙ,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ