15 Киреһенсә, һеҙҙе саҡырған Алла изге булған кеүек, һеҙ ҙә бар ғәмәлдәрегеҙҙә изге булығыҙ.
Шуға күрә, Күктәге Атағыҙ камил булған кеүек, һеҙ ҙә камил булығыҙ.
Әлеге «шәфҡәт көршәктәре» – беҙ, Алла беҙҙе саҡырҙы – йәһүдтәрҙе генә түгел, йәһүд булмағандарҙы ла.
Ҡәҙерлеләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы тап төшөүҙән сафландырайыҡ.
Нисек кенә булмаһын, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә лайыҡлы йәшәгеҙ. Мин киләмме, яңынан һеҙҙе күрәмме, әллә килмәйемме – берҙәм булыуығыҙҙы һәм иңгә-иң терәп, Һөйөнөслө Хәбәргә иман хаҡына көрәшеүегеҙҙе ишетеп торорға яҙһын.
бүләк алыу өсөн маҡсатыма – күктәге тормошҡа ашҡынам. Унда Алла беҙҙе Ғайса Мәсих аша саҡырҙы.
Беҙҙең төйәгебеҙ иһә күктә. Ҡотҡарыусыны, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте беҙ күктән көтәбеҙ.
Үҙ батшалығына һәм данына саҡырыусы Аллаға лайыҡ булырлыҡ итеп йәшәргә өндәп, ышандырып, һеҙҙе өгөтләп йөрөнөк.
Бер кем дә һинең йәшеңә кәмһетеп ҡарамаһын; һөйләгән һүҙҙәреңдә лә, йәшәйешеңдә лә, мөхәббәттә лә, иманда ла, сафлыҡта ла иман тотоусылар өсөн өлгө бул.
Ул беҙҙе ҡылған эштәребеҙгә ҡарап түгел, ә Үҙенең ниәте һәм мәрхәмәте менән ҡотҡарҙы, изге тормошҡа саҡырҙы. Уның был мәрхәмәте донъя яратылғансы уҡ Ғайса Мәсих аша еткерелде.
Беҙҙекеләр ҙә, ғүмерҙәре заяға уҙмаһын өсөн, башҡаларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп, үҙҙәрен изге эштәргә бағышлап өйрәнһендәр.
Был һүҙҙәр хаҡ, Аллаға ышаныусылар үҙҙәрен яҡшы эштәргә бағышларға тырышһын өсөн, мин ошо һүҙҙәргә айырыуса баҫым яһап һөйләүеңде теләйем. Был бөтөнөһө өсөн дә яҡшы һәм файҙалы.
Бөтөнөһө менән дә тыныс йәшәгеҙ һәм изгелеккә ынтылығыҙ: изгелеккә ынтылмайынса бер кем дә Раббыны күрмәҫ.
Байлыҡҡа нәфселе булмағыҙ, бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ. Сөнки Алла: «Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам», – тип әйткән.
Һеҙҙең арағыҙҙа ҡайһығыҙ аҡыллы һәм аңлы? Ул быны баҫалҡылығы һәм аҡыл менән ҡылған ғәмәлдәре аша игелекле тормошонда күрһәтһен.
Мәжүсиҙәр араһында ҡылығығыҙға һүҙ тейҙермәҫлек булһын. Шул ваҡытта, хәҙер һеҙҙе яуызлыҡ ҡылыусылар тип яманлаһалар ҙа, игелекле эштәрегеҙҙе күреп, Алла килгән көндө Уны данларҙар.
Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша руханиҙары, изге халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.
әммә быны баҫалҡылыҡ һәм ихтирам, саф выждан менән эшләгеҙ. Шул ваҡытта һеҙгә яла яғыусылар һәм тел тейҙермәҫ йәшәү рәүешегеҙҙе Мәсихтеке булғанығыҙ өсөн хурлаусылар оятҡа ҡалыр.
Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм Ғайса Мәсих аша һеҙҙе Үҙенең мәңгелек данына саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк.
Уға ошо өмөттө бағлаған һәр кем, Мәсих пак булған кеүек, үҙен пакландыра.
Филадельфиялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Изге һәм Хаҡ, ҡулында Дауыт батша асҡысы булған Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти:
Һәр йән эйәһенең дә алтышар ҡанаты бар, бөтөн яғынан да – эсенән дә, тышынан да күҙҙәр менән ҡапланған. Улар көнөн дә, төнөн дә тынғы белмәй: – Изге, изге, изге! Булған, Бар һәм Киләсәк сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! – тип ҡабатлайҙар.
Улар яңғырауыҡлы тауыш менән: – Һин, изге һәм хаҡ Хаким, ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итмәүең һәм ҡаныбыҙ өсөн үс алмауың ҡасанға ҡәҙәр дауам итер икән? – тинеләр.