Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Петр 1:12 - Инжил

12 Уларға үҙҙәренә түгел, ә һеҙҙең өсөн хеҙмәт итеүҙәре асыҡлап бирелде. Улар иғлан иткәндәрҙе бит аҙаҡ, күктән ебәрелгән Изге Рух аша, Һөйөнөслө Хәбәр таратыусылар һеҙгә һөйләп бирҙе. Быларға хатта фәрештәләр ҙә күҙ һалырға теләй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Уларға үҙҙәре өсөн түгел, ә һеҙҙең өсөн хеҙмәт итеүҙәре асыҡлап бирелде. Улар иғлан иткәндәрҙе бит аҙаҡ, күктән ебәрелгән Изге Рух аша, Һөйөнөслө Хәбәр таратыусылар һеҙгә һөйләп бирҙе. Быларға хатта фәрештәләр ҙә күҙ һалырға теләй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Петр 1:12
56 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ошо ваҡыт Ғайса: – Атам, күктең һәм ерҙең Хужаһы! – тине. – Быны зирәктәр һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биреүең өсөн Һине данлайым!


Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улды Атанан башҡа һис кем белмәй, шулай уҡ Атаны ла Улынан һәм Улы Уның тураһында асырға теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.


– Йона улы Симон, һин бәхетле, сөнки быны һиңә кешеләр түгел, ә Минең Күктәге Атам асып бирҙе, – тине Ғайса. –


Ғайса уларға: – Барығыҙ, донъяның һәр тарафына юлланығыҙ, бөтә йән эйәләренә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгеҙ.


Һеҙгә шуны әйтәм: Алла фәрештәләре лә тәүбә иткән бер гонаһлы өсөн шулай уҡ шатланыр.


Изге Рух уға: «Раббы тарафынан ебәрелгән Мәсихте күрмәйенсә, үлмәйәсәкһең», – тип әйткән.


Шәкерттәр юлға сыҡҡан, һәр ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, ауырыуҙарҙы һауыҡтырып, ауылдан-ауылға йөрөгән.


Мин Атанан һеҙгә Яҡлаусы ебәрәсәкмен. Ул – Атанан сыҡҡан Хәҡиҡәт Рухы – килгәс, Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡыласаҡ.


Петр нотоғон һөйләгән ваҡытта уҡ тыңлаусыларға Изге Рух инде.


Ошо күренмештән һуң, Алла беҙҙе шунда Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләргә саҡыра, тигән фекергә килеп, шунда уҡ Македонияға китергә булдыҡ.


Шулай итеп, Ул Алланың уң яғына күккә күтәрелде һәм Атаһы вәғәҙә иткән Изге Рухты алып, Уны беҙгә яуҙырҙы. Һеҙ әле тап шуны күрҙегеҙ һәм ишеттегеҙ.


Доға ҡылғандан һуң улар йыйылған урын һелкенеп китте һәм бөтәһе лә Изге Рух менән һуғарылды. Ошо хәлдән аҙаҡ иман тотоусылар Алла һүҙен ҡыйыулыҡ менән һөйләй башланы.


Шул ваҡыт Петр, Изге Рух менән һуғарылып: – Халыҡ башлыҡтары, аҡһаҡалдар! – тине. –


Петр менән Яхъя үҙҙәренең шаһитлығын биреп Раббы һүҙен иғлан иткәндән һуң, кире Иерусалимға китте. Юлайҡан Самарияның күп кенә ауылдарында Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан иттеләр.


Шуға күрә һеҙгә, Рим ҡалаһында йәшәүселәргә, Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итергә йән атам.


Һөйөнөслө Хәбәрҙә Алланың кешеләрҙе иман һәм бары тик иман аша ғына аҡлауы асыла. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Хаҡлы кешегә йәшәү биргән нәмә – уның иманы».


Ебәрелмәгән булһа, нисек итеп берәйһе иғлан итә алыр? Изге Яҙмала: «Һөйөнөслө хәбәр килтереүселәрҙең килеүе ҡайһылай күңелле!» – тип әйтелә.


мөғжизәләр һәм хикмәттәр көсө ярҙамында, Алла рухының ҡөҙрәте менән башҡарҙы. Мин, Иерусалимдан алып Иллирик яҡтарына тиклем урау юлдарҙан барып, Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе тулыһынса бәйән иттем.


Беҙгә иһә быларҙы Алла Үҙенең Рухы аша асып бирҙе, сөнки Рух бөтөн нәмәне, хатта Алла тәрәнлектәрен дә тикшерә.


Үҙ мисәте менән тамғаланы, беҙгә биреләсәк нәмәләр өсөн йөрәктәребеҙгә ышаныслы билдә булараҡ Рух бирҙе.


сафлыҡ, ғилем, сабырлыҡ менән дә, изгелек күрһәтеү, Изге Рух емештәре, эскерһеҙ мөхәббәт менән дә,


мин уны кешеләрҙән ҡабул итмәнем һәм уларҙан өйрәнмәнем, уны миңә Ғайса Мәсих асып бирҙе.


Был ниәт буйынса имандаштар берҙәмлеге аша күктәге етәкселәр менән хакимдарға Уның күп яҡлы зирәклеге мәғлүм булыр.


Һеҙ иһә, имандаштар, беҙҙең ниндәй хеҙмәт һәм көс һалыуыбыҙҙы хәтерләйһегеҙ: һеҙгә Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен таратҡан саҡта, берегеҙгә лә ауырлыҡ һалмаҫҡа тырышып, көнө-төнө эшләнек.


Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, данда күккә күтәрелде.


Бөтә был кешеләр имандарын һаҡлап үлгән. Улар үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде алмайынса, йыраҡтан ғына күргән һәм сәләмләгән. Был донъяла үҙҙәренең ваҡытлыса йәшәгән сит кешеләр һәм килмешәктәр генә икәнлектәрен танығандар.


Алла Үҙе лә быны билдәләр, мөғжизәләр һәм төрлө ҡөҙрәтле эштәр ҡылыу һәм Изге Рухтан килгән бүләктәрҙе Үҙ ихтыяры буйынса бүлеп биреү юлы аша иҫбат итте.


Был кешеләргә еткерелгән һымаҡ уҡ, Һөйөнөслө Хәбәр беҙгә лә бирелде, әммә улар Хәбәрҙе ишетһә лә, файҙаһы булманы, сөнки улар ишеткәндәрен иман итеп ҡабул итмәне.


ә Раббы һүҙе мәңгегә ҡала». Был һүҙ һеҙгә иғлан ителгән Һөйөнөслө Хәбәрҙең үҙе.


Шуға күрә, был донъяла тәндәре менән хөкөм ителһәләр ҙә, рухтары менән Алла һымаҡ йәшәһендәр өсөн, Һөйөнөслө Хәбәр үлеләргә лә иғлан ителде.


Мин йән эйәләре һәм аҡһаҡалдар тәхете тирәһендә бик күп фәрештәләр күрҙем. Улар меңәр тапҡыр меңәр, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күп ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ