Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Петр 1:10 - Инжил

10 Һеҙгә биреләсәк мәрхәмәт тураһында алдан күреп әйткән пәйғәмбәрҙәр был ҡотолоу хаҡында эҙләнгәндәр һәм ентекләп тикшергәндәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Һеҙгә биреләсәк мәрхәмәт тураһында алдан күреп әйткән пәйғәмбәрҙәр был ҡотолоу хаҡында ентекле эҙләнгәндәр һәм тикшеренгәндәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Петр 1:10
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: күп пәйғәмбәрҙәр һәм тәҡүә кешеләр һеҙ күргәндәрҙе күрергә теләне, ләкин күрмәне; һеҙ ишеткәндәрҙе ишетергә теләне, ләкин ишетмәне.


Уның тураһында Изге Яҙмала яҙылғанса, Әҙәм Улы китә, әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.


Һеҙгә әйтәм: күп пәйғәмбәрҙәр һәм батшалар һеҙ күргәндәрҙе күрергә теләне, ләкин күрмәне; һеҙ ишеткәндәрҙе ишетергә теләне, ләкин ишетмәне.


Унан һуң: – Мин һеҙҙең менән бергә булған саҡта былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбурҙа Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырылырға тейеш, тип әйткәйнем, – тигән.


Һеҙ, мәңгелек тормошто табырға уйлап, Изге Яҙмаларҙы тикшерәһегеҙ. Ә бит уларҙа Минең хаҡта һүҙ бара!


Уға: – Әллә һин дә Галилеянанмы? Яҙмаларҙы тикшереп ҡараһаң, аңларһың: Галилеянан бер ниндәй ҙә пәйғәмбәр сыҡмаясаҡ, – тип яуап бирҙеләр.


Барса пәйғәмбәрҙәр, Уға инанған һәр кемдең Уның арҡылы гонаһтары кисереләсәк, тип Уның тураһында һөйләнеләр, – тине Петр.


Бындағы кешеләр Фессалоника ҡалаһындағыларға ҡарағанда инсафлыраҡ ине. Улар Алла һүҙен бик теләп ҡабул итте һәм һәр көн, Павел һөйләгән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн, Изге Яҙманы өйрәнде.


Улар яңы осрашыу тураһында килеште, һәм билдәләнгән көндө Павел йәшәгән өйҙә тәүҙәгенән дә күберәк кеше йыйылды. Ул иртәнән кискә тиклем Алла Батшалығы хаҡында аңлатты, Ғайса тураһында Муса ҡанунынан һәм пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан дәлилдәр килтереп, уларҙы ышандырырға тырышты.


Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ эҙәрлекләмәгән берәй пәйғәмбәр ҡалдымы икән? Улар Хаҡ булған Заттың килерен алдан хәбәр итеүселәрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ Уның Үҙенә хыянат иттегеҙ һәм Уны үлтерҙегеҙ.


Бөтә был кешеләр имандарын һаҡлап үлгән. Улар үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде алмайынса, йыраҡтан ғына күргән һәм сәләмләгән. Был донъяла үҙҙәренең ваҡытлыса йәшәгән сит кешеләр һәм килмешәктәр генә икәнлектәрен танығандар.


Был кешеләр бары тик беҙҙең менән генә камиллыҡҡа өлгәшһен өсөн, Алла беҙҙең өсөн яҡшыраҡ бер нәмә ниәтләгән.


Улар үҙҙәрендәге Мәсих Рухы, алдан күреп, Мәсихтең ғазап сигәсәге һәм һуңынан киләсәк бөйөклөк тураһында әйткән һүҙҙәрҙең ниндәй хәлдәргә һәм ҡайһы мәлгә күрһәтеүен тикшергән.


Шуға күрә аҡылығыҙ айыҡ булһын һәм эшкә әҙер тороғоҙ. Ғайса Мәсих килгәндә һеҙгә биреләсәк Алла мәрхәмәтенә тулыһынса өмөт бағлағыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ