Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Петр 1:1 - Инжил

1 Ғайса Мәсихтең илсеһе Петрҙан Понтта, Галатияла, Каппадокияла, Асия һәм Вифиния өлкәләрендә килмешәк булып таралып йәшәгән һайлап алынғандарға сәләм!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Ғайса Мәсихтең илсеһе Петрустан Понтоста, Галатияла, Каппадукияла, Асия һәм Биҫуния өлкәләрендә килмешәк булып таралып йәшәгән һайлап алынғандарға сәләм!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Петр 1:1
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бына ул ун ике илсенең исеме: беренсеһе – Петр тип тә аталған Симон һәм уның ҡустыһы Андрей, Зеведей улы Яҡуб һәм уның ҡустыһы Яхъя,


Әгәр ул көндәр ҡыҫҡартылмаһа, бер кем дә иҫән ҡала алмаҫ ине. Ләкин һайланғандар хаҡына ул көндәр ҡыҫҡартыласаҡ.


Галилея күле буйынан үтеп барышлай Ғайса ау һалып йөрөгән ағалы-ҡустылы ике балыҡсыны – Петр тип аталған Симон менән Андрейҙы күрҙе.


Алла көнө-төнө Үҙен ярҙамға саҡырыусы Үҙе һайлап алған кешеләрен яҡламаҫмы һуң? Оҙаҡҡа һуҙырмы ни?


Йәһүдтәр: – Беҙ таба алмаҫлыҡ ниндәй урынға китмәксе була икән? Бәлки, Ул гректар араһында йәшәгән беҙҙең кешеләр янына барырға һәм унда гректарҙы өйрәтергә йыйыналыр?


Ул унда Акила атлы бер йәһүдте һәм уның Прискилла исемле ҡатынын осратты. Клавдий ҡайсар бөтөн йәһүдтәргә Римдан китергә әмер биргәнлектән, сығышы менән Понт өлкәһенән булған Акила ҡатыны менән күптән түгел Италиянан килгәйне. Павел улар янына барҙы.


Унда бер аҙ ваҡыт торғас, Павел юлға сыҡты. Бөтә шәкерттәрҙе иманда нығытып, Галатия һәм Фригия аша үтте.


Ике йыл буйы ошолай дауам итте. Шунлыҡтан Асия өлкәһендә йәшәүселәрҙең һәммәһе – йәһүдтәр ҙә, йәһүд булмағандар ҙа Раббы тураһындағы хәбәрҙе ишетте.


Шулай бер ваҡыт «Ҡоллоҡтан азат ителгәндәр ғибәҙәтханаһы»ның Киринея һәм Искәндәриәнән булған ҡайһы бер ағзалары, шулай уҡ Киликия һәм Асия өлкәләренән булған ҡайһы берәүҙәр Стефан менән бәхәскә инде,


Таралышҡан иман тотоусылар, ҡайҙа ғына булһалар ҙа, Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнөләр.


Асия өлкәһендәге берҙәмлектәр һеҙҙе сәләмләй. Акила менән Прискилла йорттарындағы берҙәмлек менән бергә һеҙҙе Раббыла ҡайнар сәләмләй.


Имандаштар, Асия өлкәһендә кисергән михнәттәребеҙ тураһында белеүегеҙҙе теләйбеҙ. Беҙ түҙгәндәр көс етмәҫлек һәм сиктән тыш ауыр ине, хатта иҫән ҡалыуға ла өмөтөбөҙҙө юғалтҡайныҡ.


минең менән бергә булған бөтөн имандаштарҙан Галатиялағы имандаштар берҙәмлектәренә сәләм.


Элек һеҙ Мәсихһеҙ, Израиль йәмғиәтендә булмайынса, Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәгә нигеҙләнгән килешеүҙән ситләтелеп, донъяла өмөтһөҙ һәм Аллаһыҙ йәшәй инегеҙ.


Тимәк, һеҙ хәҙер ят һәм килмешәк түгел, ә Алла халҡының милләттәштәре һәм Уның йорто ағзалары.


Асия өлкәһендәгеләрҙең бөтөнөһөнөң дә мине ташлап киткәнен беләһең. Фигелл менән Ермоген да улар араһында.


Бөтә был кешеләр имандарын һаҡлап үлгән. Улар үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде алмайынса, йыраҡтан ғына күргән һәм сәләмләгән. Был донъяла үҙҙәренең ваҡытлыса йәшәгән сит кешеләр һәм килмешәктәр генә икәнлектәрен танығандар.


Донъя буйлап таралған ун ике ҡәбиләгә Алланың һәм Раббы Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе Яҡубтан сәләм!


Ҡәҙерлеләрем! Һеҙ был донъяла – илгиҙәрҙәр һәм мосафирҙар. Шуға күрә һеҙҙе йәнгә ҡаршы көрәшеүсе гонаһлы теләктәрҙән йыраҡ торорға саҡырам.


Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе һәм илсеһе Симон Петрҙан – Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡлығы аша беҙҙең кеүек шул уҡ ҡиммәтле иман ҡабул иткәндәргә:


– Күргәндәреңдең барыһын да китап итеп яҙып, имандаштарҙың ете берҙәмлегенә ебәр: Ефесҡа ла, Смирнаға ла, Пергамға ла, Фиатираға ла, Сардисҡа ла, Филадельфияға ла, Лаодикияға ла, – тине ул.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ