3 Мине ғәйепләүселәргә үҙемде яҡлап шулай тип яуап бирәм:
Ғибәҙәтханаларға, башлыҡтар йәки хакимиәт кешеләре алдына килтергән ваҡытта, үҙебеҙҙе нисек яҡларға, нимә тип яуап бирергә тип борсолмағыҙ.
– Атайҙар һәм ағай-эне! Үҙемде яҡлап бер нисә һүҙ әйтергә рөхсәт итегеҙ, – тине Павел.
Мин уларға, римлыларҙа ғәйепләнеүсе ғәйепләүсе менән осрашмайынса һәм ғәйепләүгә ҡаршы үҙен яҡлай алыу мөмкинлеге булмайынса, кешене язаға тарттырыу ғәҙәте юҡлығы тураһында әйтеп бирҙем.
Кемдер берәү үҙен пәйғәмбәр йәки рухи тип һанай икән, минең яҙғандарымдың Раббы әмере икәнен таныһын.
Башҡалар өсөн, бәлки, илсе түгелмендер, әммә һеҙҙең өсөн – илсемен, сөнки Раббыныҡы булыуығыҙ илселегемде дәлилләп тора.
илселәр булып, ризыҡ һәм эсемлек алырға хаҡыбыҙ юҡмы әллә?
Шунлыҡтан мин быларҙы һеҙҙән ситтә ваҡытта яҙам. Янығыҙға килгәс, Раббының емерергә түгел, ә нығытырға тип миңә биргән вәкәләтен ҡаты рәүештә ҡулланмауҙы өмөт итәм.
Һеҙ бит Мәсихтең минең аша һөйләгәненә дәлил эҙләйһегеҙ. Ул һеҙгә ҡарата көсһөҙ түгел, ә арағыҙҙа көслө.
Мине түгел, үҙегеҙҙе һынағыҙ: иман менән йәшәйһегеҙме? Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ! Ғайса Мәсихтең үҙегеҙҙә булыуын белмәйһегеҙме әллә? Әгәр, әлбиттә, һынауҙы күтәрә алһағыҙ.
Тәүгеләре иһә ысын күңелдән түгел, ә көнләшеп, төрмәләге хәлемде ауырайтыу өсөн Мәсихте вәғәзләй.
Миңә һеҙҙең бөтөнөгөҙ тураһында ла шулай тип уйларға нигеҙ бар, сөнки һеҙ минең йөрәгемдә урын алдығыҙ. Төрмәлә булған ваҡытта ла, Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлағанда һәм раҫлағанда ла, барығыҙ ҙа минең менән Алла мәрхәмәтен бүлешәһегеҙ.
Хөкөм алдында тәү тапҡыр яуап тотҡанда, янымда береһе лә булманы, бөтөнөһө лә ташлап китте. Был уларға ғәйеп һаналмаһын.