Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 9:26 - Инжил

26 Шуға күрә лә мин маҡсатһыҙ йүгергән кеше кеүек йүгермәйем, һауаға һуғыусы кеүек тә киҙәнмәйем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Шуға күрә лә мин маҡсатһыҙ йүгергән кеше кеүек йүгермәйем, һауаға һуғыусы кеүек тә киҙәнмәйем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 9:26
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сумдырыусы Яхъя вәғәзләгән көндәрҙән алып бөгөнгәсә ҡайһы берәүҙәр Күктәр Батшалығына көслөк менән ҡаршылыҡ күрһәтә һәм уны яуларға тырыша.


– Бөтә көсөгөҙҙө һалып тар ишек аша инергә тырышығыҙ, сөнки, һеҙгә әйтәм: күптәр тырышыр, тик үтә алмаҫ.


Бына шулай һеҙ ҙә телегеҙ менән аңлайышһыҙ һүҙҙәр әйтһәгеҙ, нимә һөйләгәнегеҙҙе нисек аңларҙар? Һеҙ бит һүҙҙәрегеҙҙе елгә генә осорорһоғоҙ.


Был донъяла беҙ йәшәгән тән ҡасан да булһа емереләсәк ҡыуышҡа оҡшаған. Был ҡыуыш емерелгәс, беҙгә Алла тарафынан күктәрҙә, ҡул менән төҙөлмәгән мәңгелек торлаҡ биреләсәген беләбеҙ.


Ҡабатлайым, ышаныс менән йәшәйбеҙ һәм, тәндән сыға һалып, тиҙерәк Раббы янына урынлашырға теләйбеҙ.


Унда мин Алла ҡушыуы буйынса барҙым. Һәм әлеге тырышлыҡтарым юҡҡа түгелме, элеккеләре лә бушҡа булманымы, тип борсолоп, йәһүд булмаған халыҡтар араһында үҙем таратҡан Һөйөнөслө Хәбәрҙе ундағы абруйлы кешеләргә айырым әйтеп бирҙем.


Беҙ кешеләргә ҡаршы түгел, ә ошо донъя ҡараңғылығының етәкселәренә, хакимдарына, хужаларына һәм күктәге шаҡшы рухи көстәргә ҡаршы көрәшәбеҙ.


Минең өсөн йәшәү – ул Мәсих, ә үлем – табыш.


Ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн, Мәсихтең миндәге ҡеүәтле эш иткән көсө менән бергә көрәшеп, үҙ-үҙемде аямайынса хеҙмәт итәм.


Шул сәбәпле мин әле төрмәлә ғазап сигәм, ләкин оялмайым, сөнки Кемгә инанғанымды беләм һәм Уның миңә ышанып тапшырғанды килгән көнөнә тиклем һаҡлай алырына ышанам.


Шулай уҡ ҡағиҙәне тотмаған ярышыусы еңеү тажына лайыҡ булмай.


Мин яҡшы көрәш алып барҙым, аҙағына тиклем был юлды үтеп, иманымды һаҡланым;


Беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа шаһиттар шул тиклем күп, шуға күрә киләсәктә юлыбыҙҙа торған бөтөн ауырлыҡтарҙы, беҙгә сырмалып алған гонаһтарҙы алып ташлайыҡ һәм алда торған ярыш юлын сыҙамлыҡ менән йүгереп үтәйек.


Алланың ял биреү урынына инә алыуыбыҙ тураһындағы вәғәҙәһе үҙ көсөндә ҡала әле, шуға ла һеҙҙең берегеҙ ҙә ошо мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаһын өсөн, һаҡ булайыҡ.


Үҙем дә өлкән, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм киләсәктә асыласаҡ бөйөклөктө уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы өлкәндәргә мөрәжәғәт итәм:


Шуға күрә, имандаштар, Алла тарафынан саҡырылған һәм һайланған булыуығыҙҙы нығытырға тырышығыҙ. Шулай итһәгеҙ, бер ваҡытта ла абынмаҫһығыҙ,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ