Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 8:9 - Инжил

9 Әммә һаҡ булығыҙ: һеҙҙең азат булыуығыҙ бер нисек тә көсһөҙҙәр өсөн абынырға сәбәп булмаһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Әммә һаҡ булығыҙ: һеҙҙең был азатлығығыҙ бер нисек тә көсһөҙҙәр өсөн абынырға сәбәп булмаһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 8:9
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һаҡ булығыҙ, был түбән заттарҙың береһенә лә кәмһетеп ҡарамағыҙ. Һеҙгә әйтәм: уларҙың фәрештәләре һәр ваҡыт Күктәге Атамдың йөҙөнә ҡарай ала.


Беҙ, көслөләр, үҙебеҙҙе генә ҡайғыртырға түгел, ә көсһөҙҙәрҙең йөктәрен дә күтәреп йөрөргә тейешбеҙ.


Һәр кем үҙенә файҙа булғанды түгел, ә башҡаға файҙалыны эҙләһен.


Әгәр инде берәйһе: «Был ялған илаһҡа килтерелгән ҡорбан», – тиһә, шул хәбәрҙе әйтеүсе өсөн һәм выждан хаҡына ашамағыҙ.


Выждан тигәндән, һеҙҙең выжданығыҙҙы түгел, ә шул кешенекен күҙ уңында тотам. Ни өсөн әле азатлығым башҡа берәүҙең выжданы менән сикләнергә тейеш?


Йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла, Алла берҙәмлегенә лә ҡаршылыҡ булып тормағыҙ.


Әгәр берәйһе һинең, аҡылы булған кешенең, ялған илаһ йортонда ашап ултырыуыңды күреп ҡалһа, выжданы көсһөҙ булғанлыҡтан, ялған илаһтарға ҡорбан ителгән итте ашарға ярай, тип ҡыҙыҡмаҫмы?


Һеҙ имандаштарығыҙға ҡарата ошо рәүешле гонаһ ҡылыуығыҙ һәм уларҙың көсһөҙ выжданын яралауығыҙ менән Мәсихкә ҡарата ла гонаһ ҡылаһығыҙ.


Көсһөҙҙәрҙе Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында көсһөҙ булдым. Нисек булһа ла, һис юғы бер нисәүһен ҡотҡарыу өсөн, мин бөтәһе өсөн барыһына әйләндем.


Оят булһа ла әйтәйем, быларына инде «көсөбөҙ» етмәне. Ә кемдеңдер нимәгә булһа ла маҡтанырға батырсылығы етә икән, ул саҡта – аҡылһыҙ кеше һымаҡ әйтәйем – мин дә батырсылыҡ итәм.


Берәү көсһөҙ булһа, уның янында мин дә көсһөҙ түгелме? Берәү гонаһҡа төшөрөлһә, уның өсөн асыу менән янмайыммы?


Беҙ бер кемгә лә кәртә ҡуйырға теләмәйбеҙ, сөнки Алла тарафынан бирелгән хеҙмәтебеҙ ғәйепкә алынырға тейеш түгел.


Имандаштар, һеҙ иреккә саҡырылдығыҙ, әммә һеҙҙең азатлығығыҙ тәндең нәфселәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн һылтау булмаһын, бер-берегеҙгә мөхәббәт менән хеҙмәт итегеҙ.


Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе Мәсих менән түгел, ә кешеләрҙең риүәйәттәренә һәм донъяның идара итеүсе көстәренә таянып тыуған буш һәм ялған фәлсәфә ярҙамында ҡол итмәһен.


Ирекле кешеләр булараҡ, ирегегеҙҙе яуызлыҡты йәшереү өсөн файҙаланмағыҙ, Алланың ҡолдары кеүек йәшәгеҙ,


Үҙҙәре боҙоҡлоҡ ҡолдары булып та, тегеләргә азатлыҡ вәғәҙә итә, сөнки кем нимәгә буйһона, шуның ҡолона әйләнә.


Әммә һиңә ҡарата ҡайһы бер ҡаршылығым бар: һеҙҙең арала Валаам тәғлимәте яҡлылар бар, ә ул иһә үҙ мәлендә, ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡты ашаһындар һәм фәхешлек ҡылһындар өсөн, Валакты израилдәрҙе гонаһ юлына этәрергә өйрәткән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ