2 Берәйһе нимәнелер беләм тип уйлай икән, ул тейешле кимәлдә бер ни ҙә белмәй әле.
2 Берәйһе нимәнелер беләм тип уйлай икән, ул тейешле кимәлдә белмәй әле.
Имандаштар, үҙегеҙҙе булғанынан аҡыллыраҡ һанамаһын өсөн, был серҙең һеҙҙән йәшерен ҡалыуын теләмәйем. Йәһүд булмағандарҙың Алланы ҡабул иткән өлөшө тулы һанға еткәнгә тиклем Израилдең бер өлөшө тиҫкәреләнеүен дауам итер.
Әле беҙгә һәммәһе лә көҙгөләге, серле һүрәттәге кеүек күренә, ваҡыты еткәс иһә йөҙгә йөҙ күрәсәкбеҙ. Минең белемем әлегә өлөшләтә, үҙ мәлендә иһә, Алла мине тулыһынса белгән кеүек, мин дә тулы беләсәкмен.
Үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Берәйегеҙ был донъя күҙаллауы буйынса үҙен аҡыл эйәһе тип һанаһа, ысынлап та аҡыллы булыр өсөн «аҡылһыҙ» булһын.
Әгәр ҙә кемдер үҙе тураһында ысынына ҡарағанда һәйбәтерәк фекерҙә булып, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуя икән, ул фәҡәт үҙ-үҙен алдай.