Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 8:10 - Инжил

10 Әгәр берәйһе һинең, аҡылы булған кешенең, ялған илаһ йортонда ашап ултырыуыңды күреп ҡалһа, выжданы көсһөҙ булғанлыҡтан, ялған илаһтарға ҡорбан ителгән итте ашарға ярай, тип ҡыҙыҡмаҫмы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Әгәр берәйһе һинең, белемле кешенең, ялған илаһ йортонда ашап ултырыуыңды күреп ҡалһа, выжданы көсһөҙ булғанлыҡтан, ялған илаһтарға ҡорбан ителгән итте ашарға ярай, тип ҡыҙыҡмаҫмы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 8:10
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

ә ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелеп хур ителгән нәмәләрҙән, енси аҙғынлыҡтан, быуып үлтерелгән хайуан итенән һәм ҡандан тыйылығыҙ, тип яҙырға кәрәк, минеңсә.


Мин ышанам һәм бының өсөн Раббы Ғайсаға һылтана алам: бер нәмә лә үҙенән-үҙе харам түгел, ә берәйһе берәй нәмәне харам тип уйлаһа, шул нәмә уның өсөн харам була.


Кеше берәй ризыҡты ашарға яраймы, юҡмы тип шикләнеп ашаһа, Алла хөкөм итер, сөнки ул иман буйынса эшләмәй, ә иман буйынса эшләнмәгән бөтөн нәмә – гонаһ.


Йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла, Алла берҙәмлегенә лә ҡаршылыҡ булып тормағыҙ.


Шулай итеп, ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ит менән туҡланыуға килгәндә, беҙ шуны беләбеҙ: донъяла ялған илаһтар бер әһәмиәткә лә эйә түгел һәм берҙән-бер Алланан башҡа бер ниндәй илаһ та юҡ.


Ҡайһы берәүҙәр әле һаман ялған илаһтар тураһындағы элекке ҡараштарзан баш тартмай. Ялған илаһтарға килтерелгән ҡорбан итен ашап, улар шуның менән илаһтарҙы таныйбыҙ тип уйлай, шуның менән көсһөҙ выждандары бысрана.


Әммә һаҡ булығыҙ: һеҙҙең азат булыуығыҙ бер нисек тә көсһөҙҙәр өсөн абынырға сәбәп булмаһын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ