Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 7:34 - Инжил

34 һәм икегә өҙгөләнә. Ирһеҙ ҡатын йәки кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ, тәне менән дә, йәне менән дә изге булыу өсөн, Раббы эштәре тураһында хәстәрлек күрә. Ә кейәүгә сыҡҡан ҡатын, иренә ярарға тырышып, донъяуи мәшәҡәттәр тураһында хәстәрләй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

34 һәм ике яҡҡа өҙгөләнә. Ирһеҙ ҡатын йәки кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ, тәне менән дә, йәне менән дә изге булыу өсөн, Раббы эштәре тураһында хәстәрлек күрә. Ә кейәүгә сыҡҡан ҡатын, иренә ярарға тырышып, донъяуи мәшәҡәттәрҙе хәстәрләй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 7:34
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тәнегеҙҙең бер ағзаһының да ялғанлыҡ ҡоралы булып гонаһҡа хеҙмәт итеүенә юл ҡуймағыҙ, киреһенсә, үлемдән тормошҡа күсерелгән булараҡ, үҙегеҙҙе Аллаға һәм ағзаларығыҙҙы хаҡлыҡ ҡоралы итеп Уға тапшырығыҙ.


Һеҙ ҡиммәт хаҡҡа һатып алындығыҙ. Шуға күрә тәндәрегеҙ менән Уға хөрмәт күрһәтегеҙ.


Ә өйләнгәне иһә, ҡатынына ярарға тырышып, донъяуи эштәрҙе ҡайғырта


Мин быны һеҙҙе тышаулау өсөн түгел, ә хаҡ эшләүегеҙҙе һәм, иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтмәйенсә, Раббыға туҡтауһыҙ хеҙмәт итеп йәшәүегеҙҙе теләп, һеҙҙең файҙаға әйтәм.


Бынан тыш, көн һайын барлыҡ берҙәмлектәр хаҡында хәстәрлек күреүем мине баҫа.


Һеҙҙең хаҡҡа Титтың күңеленә шундай уҡ тырышлыҡ һалған Аллаға рәхмәт.


Бер ниндәй хәл дә мине хурлыҡҡа төшөрә алмауына, һәр ваҡыттағыса хәҙер ҙә ҡыйыу булырыма һәм тормошомда ла, үлемемдә лә, һәм, ғөмүмән, минең менән нимә генә булмаһын, Мәсихте данларыма өмөтләнәм һәм шул ваҡытты ашҡынып көтәм.


Алла Үҙе именлек сығанағы, һеҙҙе тулыһынса изгеләштерһен. Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килеүгә бөтөн булмышығыҙ: рухығыҙ ҙа, йәнегеҙ ҙә, тәнегеҙ ҙә саф көйө һаҡланһын.


Әгәр үҙ ғаиләһе менән идара итә белмәһә, Алла берҙәмлеге хаҡында нисек хәстәрләй алыр?


Яңғыҙ ҡалған ысын тол ҡатын Аллаға ғына өмөт бағлай һәм көнө-төнө Аллаға ялбарып доға ҡыла.


Был һүҙҙәр хаҡ, Аллаға ышаныусылар үҙҙәрен яҡшы эштәргә бағышларға тырышһын өсөн, мин ошо һүҙҙәргә айырыуса баҫым яһап һөйләүеңде теләйем. Был бөтөнөһө өсөн дә яҡшы һәм файҙалы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ