Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 7:31 - Инжил

31 был донъя менән файҙаланғандар файҙаланмаусылар кеүек булһындар. Сөнки был донъя хәҙерге күренмешендә кире ҡайтмаҫҡа үтеп бара.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

31 был донъя менән файҙаланғандар файҙаланмағандар кеүек булһын. Сөнки был донъя хәҙерге рәүешендә кире ҡайтмаҫҡа үтеп бара.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 7:31
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һаҡ булығыҙ! Саманан тыш ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә, башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер.


Имандаштар, һеҙгә шуны әйтәм: ваҡыт аҙ ҡалды, шулай булғас, бынан ары ҡатынлылар ҡатынһыҙ кеүек,


илағандар иламаусылар, бәхетлеләр бәхетһеҙҙәр, һатып алыусылар алынғанды үҙҙәрендә тотмаусылар,


Әжерем ниҙә һуң? Ул шунан ғибәрәт: мин Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгәндә, үҙ хоҡуҡтарымды бөтөнләй файҙаланмайым, был хеҙмәтте бушлай атҡарам.


«Тағы бер тапҡыр» – тигән һүҙҙәр быны аңлата: ҡаҡшамаҫ нәмәләр генә ҡалһын өсөн, ҡаҡшай торған, йәғни бар ителгән һәр нәмә урынынан күсерелер.


Эй һеҙ, иртәгә ни булырын белмәүселәр, һеҙҙең тормошоғоҙ ни генә? Һеҙ бит аҙ ваҡытҡа пәйҙә булып, аҙаҡ юғалыусы томан ғына.


Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Бөтә кеше – үлән кеүек, уның бөтә даны – ялан сәскәһе ише. Үлән ҡорой, сәскәһе ҡойола,


Донъяның ахыры яҡын. Шуға күрә доға ҡыла алыу өсөн тотанаҡлы һәм айыҡ аҡыллы булығыҙ.


Донъя һәм уның теләктәре үтеп китә, ә Алла ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәй.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ