Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 7:17 - Инжил

17 Бүтән осраҡтарҙа һәр кем Раббы билдәләгәнсә һәм Алла саҡырғандағы кеүек йәшәһен. Бөтөн берҙәмлектәргә күрһәтмәм шундай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Бүтән осраҡтарҙа һәр кем Раббы билдәләгәнсә һәм Алла саҡырғандағы кеүек йәшәһен. Бөтә берҙәмлектәргә күрһәтмәм шундай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 7:17
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки кешеләр төрлө сәбәптәр арҡаһында өйләнә алмай: берәүҙәре инә ҡарынынан шундай булып тыуа, икенселәренә кешеләр сәбәпсе була, өсөнсөләре, ғүмерҙәрен тотошлай Күктәр Батшалығына арнау өсөн, үҙҙәре өйләнмәй. Быны кем ҡабул итә ала, шул ҡабул итһен!


Йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла, Алла берҙәмлегенә лә ҡаршылыҡ булып тормағыҙ.


Кемдер был хаҡта бәхәсләшергә теләһә, белһен: беҙҙә лә, Алла берҙәмлектәренең башҡаларында ла икенсе төрлө ғәҙәт юҡ.


Йыйылыуығыҙ Алла тарафынан хөкөм ителмәһен өсөн, ас кеше өйөндә ашаһын. Башҡа күрһәтмәләрҙе янығыҙға барғас бирермен.


сөнки Алла тәртипһеҙлек Аллаһы түгел, ә именлек Аллаһы. Изгеләрҙең барлыҡ берҙәмлектәрендәге кеүек,


Иерусалимдағы изгеләр өсөн хәйер йыйыуға килгәндә, Галатиялағы берҙәмлектәргә ниндәй күрһәтмәләр бирһәм, һеҙ ҙә шулай эшләгеҙ.


Ошо маҡсат менән һеҙгә Тимофейҙы ебәрҙем. Раббыла ул минең ҡәҙерле улым һәм мин уға таяна алам. Ул һеҙгә Ғайса Мәсихкә эйәреп йәшәү рәүешем хаҡында иҫегеҙгә төшөрөр. Һәр ерҙә, һәр берҙәмлектә мин ошолар тураһында өйрәтәм.


Берәйһен Алла сөннәтле килеш саҡырған икән, ул кеше сөннәт эҙен юҡ итмәһен. Сөннәтһеҙ килеш саҡырылһа, шул көйө ҡалһын.


Имандаштар, Аллаға ниндәй хәлдә саҡырылған булһағыҙ, Уның алдында шундай булып ҡалығыҙ.


Бөтөнөһөнөң дә минең кеүек булыуҙарын теләр инем. Әммә һәр кемдең Алланан бирелгән һәләте бар: береһенең бер төрлө, икенсеһенең икенсе төрлө.


Бынан тыш, көн һайын барлыҡ берҙәмлектәр хаҡында хәстәрлек күреүем мине баҫа.


Уның менән бергә бөтөн берҙәмлектәрҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгәне өсөн маҡталған тағы бер имандашыбыҙҙы ебәрәбеҙ.


Мәсихкә инаныусыларҙың Йәһүҙиәләге берҙәмлектәре иһә мине танып белмәйҙәр ине.


Имандаштар, һеҙ ҙә Ғайса Мәсихтең Йәһүҙиәлә урынлашҡан Алла берҙәмлектәре кеүек булдығыҙ, сөнки, улар йәһүдтәрҙән яфа сиккән кеүек, һеҙ ҙә үҙ милләттәштәрегеҙҙән ыҙа күрҙегеҙ.


Шунлыҡтан, әле кисергән бөтөн эҙәрлекләүҙәр һәм бөтөн ғазаптар эсендә ҡаҡшамауығыҙ һәм һаҡлап ҡалынған тоғролоғоғоҙ өсөн Алла берҙәмлектәренең барыһы алдында ла һеҙҙең менән маҡтанабыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ