20 Һеҙ ҡиммәт хаҡҡа һатып алындығыҙ. Шуға күрә тәндәрегеҙ менән Уға хөрмәт күрһәтегеҙ.
20 Һеҙ ҡиммәт хаҡҡа һатып алындығыҙ. Шуның өсөн үҙегеҙҙең тәнегеҙ менән Уны данлағыҙ.
Яҡшы эштәрегеҙҙе күреп, кешеләр Күктәге Атағыҙҙы данлаһын өсөн, һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа улар алдында шулай балҡыһын.
Шулай итеп, үҙегеҙ һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ.
Шулай итеп, имандаштар, Алла шәфҡәте хаҡына һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙҙе Аллаға яраҡлы тере изге ҡорбан итеп тәҡдим итегеҙ, был Аллаға һеҙҙең ихлас ғибәҙәтегеҙ булыр.
Быны мин, был эштәрҙә аңлау кимәлегеҙ әлегә самалы булыу сәбәпле, ҡоллоҡ миҫалын килтереп әйтәм. Элек тәнегеҙҙе боҙоҡлоҡҡа һәм яманлыҡҡа ҡол итеп тапшырып, яуыз эштәргә юл ҡуйғанһығыҙ икән, хәҙер иһә уны изге тормош өсөн хаҡлыҡҡа ҡол итеп тапшырығыҙ.
Шулай итеп, ашайһығыҙмы, эсәһегеҙме, әллә башҡа берәй нәмә эшләйһегеҙме – бөтөнөһөн дә Алла даны өсөн башҡарығыҙ.
Һеҙҙең өсөн ҡиммәт хаҡ түләнде. Шуның өсөн кешеләрҙең ҡоло булмағыҙ.
Мәсих беҙҙең өсөн Үҙе ләғнәт алып, ҡанун ҡәһәренән йолоп алып ҡалды. Изге Яҙмала: «Ағасҡа күтәртеп язаланған һәр кемгә ләғнәт төшкән», – тип яҙылған бит.
Бер ниндәй хәл дә мине хурлыҡҡа төшөрә алмауына, һәр ваҡыттағыса хәҙер ҙә ҡыйыу булырыма һәм тормошомда ла, үлемемдә лә, һәм, ғөмүмән, минең менән нимә генә булмаһын, Мәсихте данларыма өмөтләнәм һәм шул ваҡытты ашҡынып көтәм.
Ул Иң изге урынға кәзә йәки быҙау ҡаны менән түгел, ә бер һәм һуңғы тапҡыр Үҙ ҡаны менән инде һәм кешеләр өсөн мәңгелек ҡотолоу алды.
Ата-бабаларҙан мираҫ итеп бирелгән мәғәнәһеҙ тормоштан алтын-көмөш кеүек фани нәмәләр менән түгел, ә ғәйепһеҙ һәм пак бәрәс кеүек булған Мәсихтең ҡәҙерле ҡаны менән түләп алынғанлығығыҙҙы беләһегеҙ.
Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша руханиҙары, изге халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.
Израиль халҡы араһында ялған пәйғәмбәрҙәр ҙә булған һымаҡ, һеҙҙең арағыҙҙа ла ялған өйрәтеүселәр булыр. Улар зарарлы тәғлимәттәрҙе таратыр, хатта үҙҙәрен иреккә йолоп алған Хакимды инҡар итеп, үҙ баштарына тиҙ үк һәләкәт килтерер.
Улар яңы йыр йырланы: – Һин яҙыу төргәген алырға, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың. Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың, Үҙеңдең ҡаның менән һәр ҡәбиләнән һәм телдән, халыҡтан һәм милләттән кешеләрҙе Алла өсөн һатып алдың.