17 Ә инде Раббы менән ҡушылыусы рухи яҡтан Уның менән бер була.
Тәндән тыуған – тән; Рухтан тыуған – рух.
Әммә һеҙҙә Алла Рухы йәшәй икән, тимәк, һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәйһегеҙ. Әгәр берәйһендә Мәсих Рухы юҡ икән, тимәк, ул кеше Мәсихтеке түгел.
Беҙ һәммәбеҙ ҙә: йәһүдтәр һәм гректар, ҡолдар һәм иреклеләр, бер Рух менән сумдырылып, бер тән булдыҡ һәм барыбыҙға ла бер үк Рухтан эсеү бирелде.
Һеҙ тәнегеҙҙең Мәсих ағзаларының бер өлөшө икәнлеген белмәйһегеҙме әллә? Шулай булғас, мин Мәсихтең ағзаларын алып, уларҙы фәхишә ағзалары итә аламмы һуң? Әлбиттә, юҡ!
Инде мин үҙем түгел, миндә Мәсих йәшәй. Әле хәҙерге тәнемдә йәшәйем икән, мине яратҡан һәм минең өсөн Үҙен ҡорбан иткән Алла Улына иманым арҡаһында йәшәйем.
Беҙ бит – Уның тәненең ағзалары.
Бер-берегеҙгә ҡарата уй-фекерҙәрегеҙ Ғайса Мәсихтеке кеүек булһын.