Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 6:15 - Инжил

15 Һеҙ тәнегеҙҙең Мәсих ағзаларының бер өлөшө икәнлеген белмәйһегеҙме әллә? Шулай булғас, мин Мәсихтең ағзаларын алып, уларҙы фәхишә ағзалары итә аламмы һуң? Әлбиттә, юҡ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Һеҙ тәндәрегеҙҙең Мәсих тәне ағзалары икәнен белмәйһегеҙме әллә? Шулай булғас, мин, Мәсихтең ағзаларын алып, уларҙы фәхишә ағзалары итә аламмы һуң? Әлбиттә, юҡ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 6:15
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул килеп йөҙөм үҫтереүселәрҙе үлтерер ҙә баҡсаны башҡаларға бирер. Был һүҙҙәрҙе тыңлаусылар: – Улай булып ҡуймаһын инде! – тип һөйләшкәндәр.


беҙ ҙә, күп булһаҡ та, Мәсихтә бер тән тәшкил итәбеҙ, тик һәр беребеҙ айырым-айырым бер-беребеҙҙең ағзалары булып торабыҙ.


Шулай итеп, беҙ иманыбыҙ менән ҡанунды юҡҡа сығарабыҙмы? Әлбиттә, юҡ. Киреһенсә, беҙ ҡанунды раҫлайбыҙ.


Әлбиттә, юҡ. Юғиһә Алла донъяны хөкөм итә алмаҫ ине.


Ниндәй һығымта яһарға мөмкин? Ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәгәнгә күрә, гонаһ ҡылһаҡ та ярай типме ни? Әлбиттә, юҡ!


Әлбиттә, юҡ. Гонаһҡа ҡарата беҙ үлгәнбеҙ. Шулай булғас, нисек артабан да гонаһ ҡыла алабыҙ?


Шулай итеп, был яҡшы нәмә миңә үлем килтерҙеме ни? Әлбиттә, юҡ! Әммә гонаһ гонаһ рәүешендә танылһын өсөн, ошо ниндәйҙер яҡшы нәмә миңә үлем килтерҙе. Тимәк, әмер аша гонаһтың сикһеҙ яманлығы күренде.


Ни тип әйтергә һуң? Ҡанун гонаһ буламы ни? Әлбиттә, юҡ! Ҡанун булмаһа, гонаһтың нимә икәнен дә белмәҫ инем. Әгәр ҡанунда: «Башҡаныҡына нәфсеңде һуҙма» тигән тыйыу булмаһа, нәфсенең нимә икәнлеген белмәҫ тә инем.


Әммә мин һәр ирҙең Башы – Мәсих, ҡатындың башы – ир, ә Мәсихтең Башы Алла икәнлеген белеүегеҙҙе теләйем.


Һеҙ – Мәсихтең тәне, ә айырым-айырым – шул уҡ тәндең ағзалары.


Һеҙ: «Ризыҡ – ашҡаҙан өсөн, ашҡаҙан – ризыҡ өсөн һәм Алла тегене лә, быны ла юҡ итәсәк», – тип әйтәһегеҙ. Эйе, әммә тән фәхешлек итергә түгел, ә Раббы өсөн, Раббы иһә тән өсөн.


Ә инде Раббы менән ҡушылыусы рухи яҡтан Уның менән бер була.


Һеҙҙең тәнегеҙ – Изге Рух йорто. Изге Рухты һеҙгә Алла бирҙе, һәм Ул һеҙҙә йәшәй. Һеҙ ҙә үҙегеҙҙеке түгел. Быны белмәйһегеҙме ни?


Фәрештәләрҙе хөкөм итәсәгебеҙҙе лә белмәйһегеҙме әллә? Көнкүреш эштәрен хәл итә алмаҫһығыҙмы ни?


Әгәр ҙә Мәсихтәге аҡланыуға ынтылып та, үҙебеҙ үк гонаһлы булып сыҡһаҡ, Мәсих гонаһ хеҙмәтсеһе буламы ни? Улай түгел!


Улайһа, ҡанун Алланың вәғәҙәләренә ҡаршы сығамы ни? Юҡ! Әгәр ҙә беҙгә бирелгән ҡанун тере итә алһа, кешеләрҙең аҡланыуы, ысынлап та, ҡанунды үтәү аша булыр ине.


Ә минең Раббыбыҙ Ғайса Мәсих арҡысағынан башҡа бер ни менән дә маҡтанғым килмәй, минең өсөн был донъя шул арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, ә мин донъя өсөн ҡаҙаҡландым.


Алланың изге халҡын хеҙмәт итеүгә әҙерләү, Мәсих тәнен – имандаштар берҙәмлеген – үҫтереү өсөн эшләне Ул быны.


сөнки Мәсих имандаштар берҙәмлегенең Башы булған кеүек, ир – ҡатынының башы, Мәсих иһә Үҙ тәне булған берҙәмлектең ҡотҡарыусыһы.


Беҙ бит – Уның тәненең ағзалары.


Ул Мәсихтең, тимәк, тәндең Башын тотмай. Ә бөтөн тән Баштан башлана һәм быуындары, тарамыштары менән үҙ-ара беркетелеп, нығытылып, Алла ҡушыуы буйынса үҫә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ