Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 6:14 - Инжил

14 Раббы Ғайсаны Алла үленән терелтте. Үҙенең ҡөҙрәте менән Ул беҙҙе лә терелтер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Раббы Ғайсаны Алла үленән терелтте. Үҙенең ҡөҙрәте менән Ул беҙҙе лә терелтер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 6:14
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла ғаләмдәге бар халыҡты ғәҙел хөкөм итеү көнөн билдәләне бит. Хөкөмдө Ул Үҙе билдәләгән Зат аша башҡарыр. Алла, ул Затты үленән терелтеп, бының ысынлығын һәр кемгә иҫбат итте, – тине Павел.


Әммә Алла, үлем бығауҙарын өҙөп, Ғайсаны терелтте, сөнки үлем Уның алдында көсһөҙ ине.


Алла шул Ғайсаны үленән терелтте, беҙ бөтәбеҙ ҙә бының шаһиттары.


Әгәр Ғайсаны үленән терелткән Алланың Рухы һеҙҙә йәшәй икән, Мәсихте үленән терелткән Алла, Үҙенең һеҙҙә йәшәүсе Рухы менән, фани тәнегеҙгә лә тормош бирәсәк.


Һәр кем үҙ сиратында: тәүҙә Мәсих, шунан һуң, Ул килгәс, Мәсихтекеләр тереләсәк.


Ул, ысынлап та, көсһөҙ килеш арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, хәҙер иһә Алла ҡөҙрәте менән йәшәй. Беҙ ҙә, шулай уҡ, Уның көсһөҙлөгөн уртаҡлашабыҙ, әммә, Алла ҡөҙрәте арҡаһында Уның тормошон да уртаҡлашып, һеҙҙең менән үҙебеҙҙең эштәребеҙҙә көслө буласаҡбыҙ.


Сөнки Раббы Ғайсаны үленән терелткән Алланың беҙҙе лә Ғайса менән бергә терелтәсәген һәм һеҙҙең менән бергә Үҙенең алдына килтереп баҫтырасағын беләбеҙ.


Ул беҙҙең көсһөҙ тәнебеҙҙе үҙгәртер һәм, Үҙенә бөтөн нәмәне буйһондора алырлыҡ ҡеүәте менән Үҙенең шөһрәтле тәненә оҡшаш итер.


Беҙ Ғайсаның үлгәненә һәм үленән терелеүенә ышанабыҙ икән, Ғайса иманында үлем йоҡоһона талғандарҙың Алла тарафынан Уның менән бергә килтереләсәге лә дөрөҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ