Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 6:12 - Инжил

12 Һеҙ: «Миңә бөтөн нәмә рөхсәт ителә», – тиһегеҙ. Әммә бөтөн нәмә лә файҙалы түгел. «Миңә бөтөн нәмә лә рөхсәт ителә», әммә өҫтөмдән бер нәмә лә хакимлыҡ итергә тейеш түгел.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Һеҙ: «Миңә бөтә нәмә рөхсәт ителә», – тиһегеҙ. Әммә миңә бөтә нәмә лә файҙалы түгел. «Миңә бөтә нәмә лә рөхсәт ителә», әммә өҫтөмдән бер нәмә лә хакимлыҡ итергә тейеш түгел.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 6:12
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунлыҡтан йәһүдтәр уға: – Бөгөн шәмбе, ҡанун һиңә түшәк күтәреп йөрөргә рөхсәт итмәй, – тинеләр.


Ҡанундың Рух аша бирелгәнлеген беләбеҙ, ә мин иһә гонаһлы тәбиғәтем хакимлығындамын һәм гонаһҡа ҡол итеп һатылғанмын.


Шулай итеп, ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ит менән туҡланыуға килгәндә, беҙ шуны беләбеҙ: донъяла ялған илаһтар бер әһәмиәткә лә эйә түгел һәм берҙән-бер Алланан башҡа бер ниндәй илаһ та юҡ.


Башҡаларҙың һеҙҙән ярҙам алырға хоҡуғы булғанда, беҙҙеке күберәк түгелме һуң? Әммә беҙ был хоҡуҡтан файҙаланманыҡ, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуға ҡамасауламаҫ өсөн, барыһына ла түҙәбеҙ.


Башҡаларға Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп тә уны тотмаусы булып ҡалмаҫ өсөн, тәнемде сыныҡтырам һәм уны үҙ ихтыярыма буйһондорам.


талап итергә хаҡыбыҙ булмаған кеүек түгел, ә беҙгә эйәреп эшләгеҙ тип, һеҙгә өлгө күрһәттек.


Был кешеләр һеҙҙең мөхәббәтле табындарығыҙҙа уңайһыҙланыу белмәй, үҙҙәрен генә ҡайғыртып табын ҡороп ултырыусылар. Улар – ел ҡыуып йөрөткән ямғыр килтермәҫ болоттар. Улар – уңыш йыйыр мәлдә емеш бирмәй торған, ике тапҡыр үлгән, тамыры менән ҡуптарылған ағастар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ