Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 6:1 - Инжил

1 Арағыҙҙа берәй туғанына дәғүәһе булған кеше изгеләр алдында түгел, ә иманһыҙҙар алдында хөкөм эше ҡуҙғатырға нисек баҙнат итә ала?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Арағыҙҙа берәй туғанына дәғүәһе булған кеше изгеләр алдында түгел, ә иманһыҙҙар алдында хөкөм эше ҡуҙғатырға нисек баҙнат итә ала?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 6:1
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай эшләп, һеҙ Күктәге Атағыҙҙың балалары булыуығыҙҙы күрһәтерһегеҙ, сөнки Алла Үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, рәхимлеләр өсөн дә ҡалҡыта һәм ямғырын тәҡүә кешеләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра.


Димитрийҙың һәм уның янындағы башҡа һөнәрселәрҙең берәйһенә дәғүәһе булһа, бының өсөн хөкөм йорттары һәм өлкә башлыҡтары бар. Бер-береһенә ана шунда барып ялыу итһендәр.


Коринфтағы имандаштар берҙәмлегенә, Ғайса Мәсих аша Аллаға бағышланғандарға, Уның изгеләре булырға саҡырылғандарға һәм һәр ерҙә лә Раббыға – уларҙың һәм беҙҙең Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә мөрәжәғәт итеүселәрҙең бөтөнөһөнә сәләм.


сөнки Алла тәртипһеҙлек Аллаһы түгел, ә именлек Аллаһы. Изгеләрҙең барлыҡ берҙәмлектәрендәге кеүек,


Иерусалимдағы изгеләр өсөн хәйер йыйыуға килгәндә, Галатиялағы берҙәмлектәргә ниндәй күрһәтмәләр бирһәм, һеҙ ҙә шулай эшләгеҙ.


Имандаштар, минең һеҙгә үтенесем бар: һеҙ Стефан ғаиләһен беләһегеҙ, улар Ахаияла беренселәрҙән булып Мәсихкә инанды, үҙҙәрен изгеләргә хеҙмәт итеүгә бағышланы.


Берҙәмлектән ситтә булғандарҙы хөкөм итеү минең эшем түгел, уларҙы Алла хөкөм итер. Берҙәмлектәгеләрҙе иһә һеҙ хөкөм итергә тейеш. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Яманлыҡ ҡылыусыларҙы үҙ арағыҙҙан ҡыуығыҙ».


Һеҙҙе намыҫландырыр өсөн әйтәм: арағыҙҙа имандаштар араһындағы бәхәстәрҙе хәл итерлек бер генә аҡыллы кеше лә юҡмы ни?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ