9 Мин хатымда «фәхеш кешеләр менән аралашмағыҙ» тип яҙғайным.
Ләкин донъялағы бөтөн фәхеш кешеләрҙе, шулай уҡ барлыҡ ҡомһоҙҙарҙы, алдаҡсыларҙы, ялған илаһтарға табыныусыларҙы күҙ уңында тотманым, юғиһә һеҙгә донъянан бөтөнләй үк китергә тура килер ине.
Ә һеҙ илар урынға маһайған булаһығыҙ. Ундай ҡылыҡлы кешене арағыҙҙан ҡыуырға кәрәк ине бит.
Шулай булғас, яңы ҡамыр булыу өсөн, һеҙгә иҫке әсеткенән таҙарынырға кәрәк. Ысынында иһә һеҙ сөсө ҡамыр, сөнки Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе булған Мәсих беҙҙең хаҡҡа ҡорбан ителде.
Иманһыҙҙар менән бер тәртәгә егелмәгеҙ. Хаҡлыҡ менән яманлыҡтың ниндәй уртаҡлыҡлығы бар? Йәки яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ араһында ниндәй уртаҡлыҡ булһын?
Шуға күрә, «Иманһыҙҙар араһынан сығығыҙ һәм уларҙан айырылығыҙ, – ти Раббы. – Таҙа булмағанға йоғонмағыҙ, һәм Мин һеҙҙе ҡабул итермен.
Ҡараңғылыҡтың файҙаһыҙ эштәрендә ҡатнашмағыҙ, киреһенсә, уларҙы фаш итегеҙ.
Әгәр ҙә берәйһе был хатҡа яҙылған һүҙҙәребеҙгә ҡолаҡ һалмаһа, ул кешегә иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ һәм, уға оят булып китһен өсөн, уның менән аралашмағыҙ.
Имандаштар, беҙҙең өйрәткәндәребеҙ буйынса йәшәмәйенсә, ялҡаулыҡҡа баш һалған һәр имандаштан ары тороғоҙ, тип Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән талап итәбеҙ.