Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 5:8 - Инжил

8 Шуға күрә, иҫке – мәкерлек һәм яуызлыҡ әсеткеһенән бешерелгән икмәк менән түгел, ә сөсө – сафлыҡ һәм хәҡиҡәт икмәге менән байрам итәйек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Шуға күрә иҫке әсеткенән – мәкерлек һәм яуызлыҡ әсеткеһенән – бешерелгән икмәк менән түгел, ә сөсө икмәк – сафлыҡ һәм хәҡиҡәт икмәге – менән байрам итәйек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 5:8
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунда улар Ғайсаның икмәк әсеткеһенән түгел, ә фарисейҙар һәм саддукейҙар тәғлимәтенән һаҡланырға ҡушыуын аңланылар.


– Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһенән һаҡ булығыҙ! – тине Ғайса уларға.


Ғайса шәкерттәрен: – Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар әсеткеһенән дә, Ирод әсеткеһенән дә һаҡ булығыҙ! – тип киҫәтте.


Был ваҡытта меңәрләгән кеше йыйылған, улар бер-береһен ҡыҫырыҡлаған. Ғайса иң тәүҙә Үҙенең шәкерттәренә мөрәжәғәт итеп һүҙ башлаған: – Фарисейҙар әсеткеһенән, йәғни ике йөҙлөлөктән һаҡ булығыҙ.


Ғайса, Үҙенә табан килгән Нафанаилды күреп, уның хаҡында: – Бына ысын Израиль кешеһе, ул алдаша белмәй, – тине.


сөнки һаман да был донъя кешеләре булып ҡалаһығыҙ. Бер-берегеҙҙән көнләшәһегеҙ, үҙ-ара бәхәсләшәһегеҙ икән, был һеҙҙең был донъя кешеләре икәнлегегеҙҙе күрһәтмәйме ни? Һеҙ ҙә улар кеүек эш итәһегеҙ түгелме һуң?


Дөрөҫөндә, арағыҙҙа фәхешлек, хатта мәжүсиҙәрҙә лә күҙәтелмәгән фәхешлек булыуы тураһында хәбәрҙәр йөрөй. Берәү үҙенең үгәй әсәһен ҡатыны итеп тота икән.


Маһайырға һис урын юҡ. Аҙ ғына әсеткенең тотош ҡамырҙы әсетеүен белмәйһегеҙме ни?


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Беҙ, күптәрҙән айырмалы рәүештә, Алла һүҙе менән һатыу итмәйбеҙ, ә Алла тарафынан ебәрелгән булараҡ, Уның Үҙе алдында Мәсих аша ихлас күңелдән вәғәзләйбеҙ.


Быны әмер итеп түгел, ә башҡаларҙың тырышлығы тураһында һөйләп, мөхәббәтегеҙҙең ихласлығын һынарға теләп әйтәм.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте бөтмәҫ һөйөү менән яратыусыларҙың бөтөнөһөнә лә Алланың мәрхәмәте булһын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ