6 Маһайырға һис урын юҡ. Аҙ ғына әсеткенең тотош ҡамырҙы әсетеүен белмәйһегеҙме ни?
6 Һеҙгә маһайырға һис урын юҡ. Аҙ ғына әсеткенең тотош ҡамырҙы әсетеүен белмәйһегеҙме ни?
Йәнә бер ҡисса һөйләне Ғайса: – Күктәр Батшалығы әсеткегә оҡшаған: ҡатын кеше әҙ генә әсетке менән бер тоҡ ондан ҡамыр баҫып ҡуя, ахырҙа бөтә ҡамыр әсеп ҡабара.
Ул әсеткегә оҡшаған: ҡатын кеше аҙ ғына әсетке менән бер тоҡ ондан ҡамыр баҫып ҡуя, ахырҙа бөтә ҡамыр әсеп ҡабара.
Үҙегеҙҙе күндәм ҡолдар итеп кемгә тапшырһағыҙ, шуның ҡолдары булғанығыҙҙы беләһегеҙ бит: гонаһ ҡолдары булһағыҙ, был һеҙҙе үлемгә килтерер, Алланың тыңлаусан ҡолдары булһағыҙ, был һеҙҙе Алла алдында хаҡ һаналыуға алып килер.
Алданмағыҙ: «аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа».
Шулай булғас, бер кем дә кешеләр менән маҡтанмаһын, сөнки бөтөн нәмә – һеҙҙеке.
Ә һеҙ илар урынға маһайған булаһығыҙ. Ундай ҡылыҡлы кешене арағыҙҙан ҡыуырға кәрәк ине бит.
Аҙ ғына әсетке лә бөтөн ҡамырҙы әсетә.
ундай һүҙҙәр яман шеш кеүек таралыр. Именей менән Филит та шундайҙар араһында,
һеҙ бит хәҙер, тәкәбберләнеп, маһаяһығыҙ. Һәр шундай маһайыу яманлыҡ ул.