Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 5:10 - Инжил

10 Ләкин донъялағы бөтөн фәхеш кешеләрҙе, шулай уҡ барлыҡ ҡомһоҙҙарҙы, алдаҡсыларҙы, ялған илаһтарға табыныусыларҙы күҙ уңында тотманым, юғиһә һеҙгә донъянан бөтөнләй үк китергә тура килер ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Ләкин мин бөтөнләй донъялағы фәхеш кешеләрҙе, шулай уҡ ҡомһоҙҙарҙы, алдаҡсыларҙы, ялған илаһтарға табыныусыларҙы күҙ уңында тотманым, юғиһә һеҙгә донъянан бөтөнләй үк китергә тура килер ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 5:10
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Фарисей, тороп, былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек – талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла, йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек булмағаным өсөн рәхмәт белдерәм.


Был донъяныҡы булһағыҙ, ул һеҙҙе үҙенекеләре кеүек итеп яратыр ине. Ләкин һеҙ был донъяныҡы түгел, Мин һеҙҙе, һайлап алып, был донъянан айырҙым, шунлыҡтан донъя һеҙгә нәфрәтләнгән.


Һин донъянан алып Миңә тапшырған кешеләргә Һинең исемеңде асып бирҙем. Улар Һинеке ине, Һин уларҙы Миңә бирҙең. Улар Һинең һүҙеңде тотто һәм


Мин улар өсөн үтенәм. Донъя өсөн түгел, ә Һин Миңә биргән кешеләр өсөн үтенәм, сөнки улар Һинеке.


Ғайса: – Һеҙ бынан, ерҙән, Мин – юғарынан. Һеҙ был донъяныҡы, ә Мин был донъяныҡы түгел, – тип яуапланы.


Ҡайҙа аҡыл эйәһе? Ҡайҙа ҡанун белгесе? Ҡайҙа был замандың фәлсәфәселәре? Алла был донъя аҡылын ахмаҡлыҡ тип күрһәтмәнеме ни?


Әгәр иманһыҙҙарҙың береһе һеҙҙе үҙенә саҡырһа һәм һеҙ унда барырға теләһәгеҙ, тәҡдим ителгән барлыҡ ризыҡты тыныс күңел менән ашағыҙ, уның ҡайҙан алыныуы тураһында һорашмағыҙ.


Үҙҙәрен имандаштарығыҙ тип атаған көйө фәхешлек, ҡомһоҙлоҡ ҡылған, ялған илаһтарға табынған, яла яҡҡан, эскесе, алдаҡсы кешеләр менән аралашмауығыҙҙы күҙ уңында тоттом, хатта ундайҙар менән бергә ултырып ашамағыҙ ҙа.


Мин хатымда «фәхеш кешеләр менән аралашмағыҙ» тип яҙғайным.


Был донъяның илаһы уларҙың аҡылын томаланы һәм улар, иманға килмәйенсә, Алланың ҡиәфәте булған Мәсихтең балҡыусы данын күрһәтеүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙең яҡтылығын күрмәйҙәр.


элек һеҙ ошо донъяның гонаһлы ғәҙәттәренә, һауалағы көстәр менән идара итеүсегә, әлеге ваҡытта Аллаға ҡарата итәғәтһеҙ кешеләрҙә ғәмәл ҡылыусы рухҡа буйһоноп йәшәнегеҙ.


Шул саҡта ғына аҙғын һәм боҙоҡ кешеләр араһында ғәйепһеҙ, Алланың саф һәм кәмселекһеҙ балалары булып, донъяла яҡтыртҡыс кеүек балҡырһығыҙ.


Улар был донъяныҡы, шуға күрә донъя һөйләшкән телдә һөйләйҙәр, һәм донъя кешеләре уларҙы тыңлай.


Ҡәҙерлеләрем! Бер-беребеҙҙе яратайыҡ, сөнки мөхәббәт Алланан килә. Һәр яратыусы Алланан тыуған һәм Алланы танып белә.


Беҙ үҙебеҙҙең Алланан булыуыбыҙҙы, бөтөн донъяның иһә Иблис хакимлығы аҫтында булыуын беләбеҙ.


Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтөн донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ