Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 5:1 - Инжил

1 Дөрөҫөндә, арағыҙҙа фәхешлек, хатта мәжүсиҙәрҙә лә күҙәтелмәгән фәхешлек булыуы тураһында хәбәрҙәр йөрөй. Берәү үҙенең үгәй әсәһен ҡатыны итеп тота икән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Дөрөҫөндә, арағыҙҙа фәхешлек, хатта мәжүсиҙәрҙә лә күҙәтелмәгән фәхешлек булыуы тураһында хәбәрҙәр йөрөй. Берәү үҙенең үгәй әсәһен ҡатыны итеп тота икән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 5:1
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

ә ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелеп хур ителгән нәмәләрҙән, енси аҙғынлыҡтан, быуып үлтерелгән хайуан итенән һәм ҡандан тыйылығыҙ, тип яҙырға кәрәк, минеңсә.


Ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡтан, ҡандан, быуып үлтерелгән хайуан итенән һәм енси аҙғынлыҡтан тыйылығыҙ. Үҙегеҙҙе ошо эштәрҙән һаҡлаһағыҙ, бик яҡшы булыр. Иҫән-һау булығыҙ!»


Мин, имандаштарым, арағыҙҙағы ыҙғыш-талаштар хаҡында Хлоя йортондағыларҙан белдем.


Үҙҙәрен имандаштарығыҙ тип атаған көйө фәхешлек, ҡомһоҙлоҡ ҡылған, ялған илаһтарға табынған, яла яҡҡан, эскесе, алдаҡсы кешеләр менән аралашмауығыҙҙы күҙ уңында тоттом, хатта ундайҙар менән бергә ултырып ашамағыҙ ҙа.


Һеҙ: «Ризыҡ – ашҡаҙан өсөн, ашҡаҙан – ризыҡ өсөн һәм Алла тегене лә, быны ла юҡ итәсәк», – тип әйтәһегеҙ. Эйе, әммә тән фәхешлек итергә түгел, ә Раббы өсөн, Раббы иһә тән өсөн.


Фәхешлектән ҡасығыҙ. Кеше бүтән төрлө гонаһтарын тәндән ситтә ҡыла, ә фәхешлек итеүсе үҙ тәненә ҡаршы гонаһ ҡыла.


Яуызлыҡ ҡылыусыларҙың Алла батшалығына эйә була алмаясағын белмәйһегеҙме ни? Алданмағыҙ: аҙғындар ҙа, ялған илаһтарға табынғандар, зина ҡылғандар, енси боҙоҡлоҡтарға бирелгәндәр, ир-ат менән енси мөнәсәбәткә ингән ирҙәр ҙә,


Барған саҡта Аллам мине һеҙҙең алда тағы ла кәмһетер тип шөрләйем һәм элекке гонаһтары – ҡылған әшәкелектәре, фәхешлек һәм аҙғынлыҡтары өсөн әлегә тиклем тәүбә итмәгән күптәр арҡаһында күҙ йәштәремде ағыҙырға тура килмәһен ине, тип хәүефләнәм.


Кемдер берәү көйөндөргән икән, мине генә түгел, ә һеҙҙең бөтөнөгөҙҙө лә – һәр хәлдә ниндәйҙер кимәлдә (быны арттырып күрһәтмәҫ өсөн әйтәм) көйөндөргән.


Шулай итеп, мин һеҙгә рәнйетеүсе хаҡына ла түгел, рәнйетелгән өсөн дә түгел, ә Алла алдында беҙҙең өсөн тоғролоғоғоҙҙоң ни тиклем ихлас икәнен күрһәтеү өсөн яҙҙым.


Гонаһлы тәбиғәттең ҡылған эштәре билдәле, был – фәхешлек, шаҡшылыҡ, аҙғынлыҡ,


Алланың изге халҡы кеүек йәшәгеҙ, аҙғынлыҡ, шаҡшылыҡ, һәм һәр төрлө ҡомһоҙлоҡ тураһында арағыҙҙа һүҙ ҙә булырға тейеш түгел.


Шулай булғас, үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ.


Алла беҙҙе шаҡшылыҡҡа түгел, ә изгелеккә саҡырҙы бит.


Мин уға фәхешлегенән тәүбә ҡылырға тип ваҡыт бирҙем, әммә ул тәүбә итергә теләмәй.


Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтөн ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ