Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 4:9 - Инжил

9 Ә минең уйлауымса, Алла беҙҙе, Үҙенең илселәрен, үлемгә хөкөм ителгән кешеләр кеүек, аренала барған тамашаның аҙаҡҡы, тантаналы өлөшөнә ҡуйҙы. Беҙ донъя, фәрештәләр һәм кешеләр өсөн тамаша булып ҡалдыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Ә минең уйлауымса, Алла беҙҙе, Үҙенең илселәрен, үлемгә хөкөм ителгән кешеләр кеүек, аренала барған тамашаның аҙаҡҡы өлөшөнә ҡуйҙы. Беҙ донъя, фәрештәләр һәм кешеләр өсөн тамаша булып ҡалдыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 4:9
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бөтөн ҡалала боларыш башланды. Павелдың юлдаштарын – македон кешеләре Гайҙы һәм Аристархты тотоп алып, бөтәһе бергә тамаша урынына ынтылды.


Шулай уҡ Павелдың дуҫтары булған Асия өлкәһенең күренекле әһелдәре лә, кешеләр артынан хәбәр ебәреп, уның тамаша урынында күренмәүен үтенде.


Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һинең өсөн үлем ҡурҡынысы аҫтындабыҙ, беҙҙе салырға тәғәйенләнгән һарыҡ кеүек күрәләр».


Әгәр беҙ Мәсихкә был йәшәүебеҙҙә генә өмөт бағлаһаҡ, бөтөн кешеләргә ҡарағанда ла ҡыҙғанысыраҡ булыр инек.


Мәсих хеҙмәтселәреме? Былай тиеү аҡылһыҙлыҡ булһа ла әйтәм: мин уларҙан артығыраҡ. Күпкә ауырыраҡ эштәр башҡарҙым, төрмәләргә лә йыш ябылдым, туҡмалыуҙарымдың иҫәбе юҡ һәм үлем хәлендә лә күп мәртәбәләр булдым.


билдәһеҙ тип һанайҙар, шулай ҙа танылғанбыҙ; беҙгә даими рәүештә үлем янай, шулай ҙа, күреүегеҙсә, теребеҙ; яза бирәләр, шулай ҙа үле түгелбеҙ;


Фәрештәләрҙең бөтөнөһө лә ҡотолоуҙы мираҫ итеп аласаҡ заттарға хеҙмәт итеү өсөн ебәрелгән рухтар түгелме ни?


Һеҙҙе ҡайһы саҡта халыҡ алдында мәсхәрәләнеләр, эҙәрлекләнеләр, ҡайһы саҡта һеҙ шул хәлдәрҙе кисергән кешеләр менән иңгә-иң терәшеп торҙоғоҙ.


Ҡайһы берҙәре мыҫҡыл ителә, ҡамсы менән һуғыла, ҡайһы берҙәренә хатта бығау һалынып, төрмәләргә ябыла.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ