Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 4:8 - Инжил

8 Һеҙ, инде беҙҙең бөтөн нәмәбеҙ ҙә бар, байыныҡ, тип уйлайһығыҙ, хатта беҙҙән башҡа батшалыҡ итә башланығыҙ. Һеҙҙең ысынлап та батшалыҡ итеүегеҙҙе бик теләр инем! Ул ваҡытта беҙ ҙә һеҙҙең менән бергә батша булыр инек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Һеҙ, инде беҙҙең бөтә нәмәбеҙ ҙә бар, байыныҡ, тип уйлайһығыҙ, хатта беҙҙән башҡа батшалыҡ итә башланығыҙ. Һеҙҙең ысынлап та батшалыҡ итеүегеҙҙе бик теләр инем! Ул ваҡытта беҙ ҙә һеҙҙең менән бергә батша булыр инек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 4:8
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Халыҡ төркөмдәрен күреп, Ғайса тауға менде. Ултырғас, Уның янына шәкерттәре килде.


Әлеге мәлдә туҡ булғандар, һеҙгә ҡайғы, сөнки асығырһығыҙ. Әлеге мәлдә көлөүселәр, һеҙгә ҡайғы, сөнки хәсрәтләнерһегеҙ һәм иларһығыҙ.


– Тиҙ генәме, юҡмы, – тине Павел, – һинең генә түгел, ә бөгөн мине тыңлаусыларҙың бөтәһенең дә минең кеүек булыуҙарын Алланан үтенеп һорайым. Әлбиттә, был бығауҙарҙан тыш.


Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт менән һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ Алла биргән иман миҡдарынан сығып айыҡ фекер йөрөтөгөҙ.


Шул сәбәпле Ғайса Мәсих аша һеҙ Рух тарафынан бирелгән бөтөн һүҙҙә лә, белемдә лә байынығыҙ.


Мине янығыҙға бармаҫ тип уйлап, ҡайһы берҙәрегеҙ маһайған.


Маһайырға һис урын юҡ. Аҙ ғына әсеткенең тотош ҡамырҙы әсетеүен белмәйһегеҙме ни?


Бер аҙ аҡылһыҙ кеше кеүек һөйләргә рөхсәт итеп, миңә ҡарата түҙемле булһағыҙ ине! Эйе, миңә ҡарата түҙемле булығыҙ!


Шуға күрә, беҙ көсһөҙ, ә һеҙ көслө булғанда һөйөнәбеҙ һәм һеҙҙең камиллашыуығыҙ хаҡына доға ҡылабыҙ.


Әгәр ҙә кемдер үҙе тураһында ысынына ҡарағанда һәйбәтерәк фекерҙә булып, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуя икән, ул фәҡәт үҙ-үҙен алдай.


Нисек кенә булмаһын, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә лайыҡлы йәшәгеҙ. Мин киләмме, яңынан һеҙҙе күрәмме, әллә килмәйемме – берҙәм булыуығыҙҙы һәм иңгә-иң терәп, Һөйөнөслө Хәбәргә иман хаҡына көрәшеүегеҙҙе ишетеп торорға яҙһын.


Ҡәҙерлеләрем, һеҙ мине янығыҙҙа булғанда ғына түгел, янығыҙҙа булмағанда ла һәр саҡ тыңланығыҙ. Хәҙер иһә, бигерәк тә үҙегеҙҙең ҡотолоу хаҡына, ҡурҡыу һәм ҡалтырау аша хеҙмәтегеҙҙе аҙағына тиклем дауам итегеҙ.


Һин: „Мин – бай, күп байлыҡ тупланым, бер нәмәгә лә мохтажлығым юҡ“, – тиһең. Әммә үҙеңдең ни тиклем бәхетһеҙ, меҫкен, фәҡир, һуҡыр һәм яланғас булыуыңды аңламайһың.


Уларҙы, Аллабыҙға хеҙмәт итеү өсөн, батшалыҡ һәм руханиҙар иттең, һәм улар ерҙә хакимлыҡ итәсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ