Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 4:6 - Инжил

6 Имандаштар, мин ошо әйтелгәндәрҙе үҙемә һәм Аполлосҡа ҡарата һеҙҙең хаҡҡа ҡулланып, «яҙылғандан тыш аҡыл һатмаҫҡа» беҙҙең миҫалда өйрәнегеҙ, тип яҙҙым. Шулай итһәгеҙ, кемдер кемделер башҡа берәү алдында маҡтап өҫтөн ҡуймаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Имандаштар, мин быларҙы үҙемә һәм Аполлосҡа ҡарата ҡулланып, «яҙылғандан тыш аҡыл һатмаҫҡа» беҙҙең миҫалда өйрәнегеҙ, тип яҙҙым. Шулай итһәгеҙ, кемдер кемделер башҡа берәү алдында маҡтап өҫтөн ҡуймаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 4:6
35 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ефесҡа сығышы менән Искәндәриәнән булған Аполлос исемле бер йәһүд килде. Ул телгә оҫта, Яҙманы белә


Аполлос Коринфта саҡта, Павел илдең таулы өлөштәре аша үтеп, Ефесҡа килде. Унда бер нисә шәкертте осратты.


Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт менән һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ Алла биргән иман миҡдарынан сығып айыҡ фекер йөрөтөгөҙ.


Арағыҙҙағы «Мин – Павелдыҡы», «мин – Аполлостыҡы», «мин – Кифаныҡы», «мин – Мәсихтеке» тип әйткәндәрҙе күҙ уңында тотам.


Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Зирәктәрҙең зирәклеген юҡҡа сығарырмын, аҡыллыларҙың аҡылдарын кире ҡағырмын».


Шулай итеп, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Маҡтанырға теләүсе Раббы менән маҡтанһын».


Мөхәббәт түҙемле, шәфҡәтле, мөхәббәт көнләшмәй, маһаймай, һауаланмай.


Был донъяның аҡыллылығы – Алла алдында ахмаҡлыҡ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла аҡыл эйәләрен мәкерлектәрендә эләктереп ала».


Шулай булғас, бер кем дә кешеләр менән маҡтанмаһын, сөнки бөтөн нәмә – һеҙҙеке.


Ә һеҙ илар урынға маһайған булаһығыҙ. Ундай ҡылыҡлы кешене арағыҙҙан ҡыуырға кәрәк ине бит.


Маһайырға һис урын юҡ. Аҙ ғына әсеткенең тотош ҡамырҙы әсетеүен белмәйһегеҙме ни?


Ялған илаһтарға ҡорбан ителгән иткә килгәндә, «был турала бөтөнөбөҙҙөң дә белемебеҙ бар», тиһегеҙ. Был ысынлап та шулай. Әммә белем кешене һауалы итә, ә мөхәббәт – нығыта.


Һөйөнөслө Хәбәрҙең фатихаларын уртаҡлашыу өсөн, быларҙың һәммәһен дә Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу хаҡына башҡарам.


Дөрөҫ, үҙебеҙҙе үҙҙәрен маҡтаусылар менән бер рәткә ҡуйырға йәки сағыштырырға ҡыймайбыҙ. Улар бит аҡыл менән эш итмәй, үҙҙәрен үҙ үлсәмдәре менән үлсәйҙәр һәм үҙҙәрен үҙҙәре менән сағыштыралар.


Башҡаларҙың хеҙмәте менән беҙ самаһыҙ маҡтанмайбыҙ, ләкин, иманығыҙ арта барған һайын, Алла тарафынан беҙгә билдәләнгән хеҙмәт сиктәре буйынса, һеҙҙең ярҙамығыҙ менән эшебеҙҙе тағын да нығыраҡ киңәйтергә өмөтләнәбеҙ.


Күҙ алдығыҙҙағы нәмәгә ҡарағыҙ һуң! Кем, мин – Мәсихтеке, тип ышана, үҙ алдына уйлаһын: ул Мәсихтеке булған кеүек, беҙ ҙә шулай уҡ Мәсихтеке.


Ни өсөн тигәндә, берәйһе килеп беҙ вәғәзләмәгән башҡа берәй Ғайса тураһында һөйләй башлаһа, йәки һеҙгә бирелгән Рухтан башҡа рух бирелһә, йәки үҙегеҙ ҡабул иткән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡа «һөйөнөслө хәбәрҙе» ҡабул итергә өгөтләй икән, һеҙ ундайҙарға тиҙ ҡолаҡ һалаһығыҙ.


Һеҙ, моғайын, әле һаман алдығыҙҙа аҡланабыҙ тип уйлайһығыҙҙыр. Юҡ, беҙ Мәсихтеке булараҡ, Алла алдында әйтәбеҙ, быларҙың бөтөнөһө лә, ҡәҙерлеләрем, һеҙҙе рухи яҡтан нығытыу өсөн башҡарыла.


Мин, барғас, һеҙҙе үҙем теләгән хәлдә күрмәҫмен тип ҡурҡам, һәм һеҙ ҙә мине үҙегеҙ теләгән хәлдә, бәлки, тап итмәҫһегеҙ. Арағыҙҙа ғауғалар, көнсөллөк, асыу, бер-береһен уҙырға тырышыу, яла яғыуҙар, ғәйбәттәр, тәкәбберлек, тәртипһеҙлектәр табыуҙан ҡурҡам.


Башҡа нәмәләр менән маҡтанырға теләһәм инде, аҡылһыҙ булмам, сөнки дөрөҫтө һөйләйәсәкмен. Әммә берәйһе минең турала эшләгәнемде күргәненән йәки әйткәнемде ишеткәненән артығыраҡ уйламаһын өсөн, маҡтаныуҙан тыйылам.


Беҙ быларҙың бөтөнөһөн дә һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ. Шулай итеп, мәрхәмәт торған һайын күберәк кешеләргә таралыр һәм шуның менән Алла данына торған һайын күберәк рәхмәт яуыр.


Яһалма тыйнаҡлыҡтан һәм фәрештәләргә табыныуҙан ләззәт табыусы кешеләрҙең береһе лә һеҙҙе хөкөм итмәһен. Ундай кеше үҙе күргәндәр менән ғорурлана, кешелек аҡылының буш уйҙары уны маһайыусан итә.


сөнки беҙҙең Һөйөнөслө Хәбәребеҙ һеҙгә һүҙ аша ғына түгел, ә Алла ҡөҙрәте, Изге Рух һәм тәрән ышаныуыбыҙ аша барып етте. Был һеҙгә билдәле, сөнки беҙ бергә ваҡытта һеҙҙең өсөн нисек йәшәгәнлегебеҙҙе беләһегеҙ.


Шуға ла Алла тарафынан һайланып алынғандар хаҡына, улар ҙа Ғайса Мәсих аша бирелгән мәңгелек дан менән ҡотолоу ала алһындар өсөн, барыһына ла түҙәм.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ