Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 4:4 - Инжил

4 Әммә, үҙемдә бер ниндәй ғәйеп күрмәһәм дә, бының менән аҡланмайым. Фәҡәт Раббы ғына минең Хөкөмдарым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Үҙемдә бер ниндәй ғәйеп күрмәһәм дә, бының менән аҡланмайым. Фәҡәт Раббы ғына – минең Хөкөмдарым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 4:4
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

һәм өсөнсө тапҡыр ҙа унан: – Яхъя улы Симон! Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме? – тип һораны. Петр Уның: «Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме?» тип өсөнсө тапҡыр һорауына көйөнөп: – Раббым! Һиңә бөтәһе лә билдәле. Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде лә беләһең, – тип яуап бирҙе. Ғайса уға йәнә: – Минең һарыҡтарымды ашатып тор, – тине. –


Павел Юғары кәңәшмә ағзаларына ҡарап: – Туғандар! – тине. – Бөгөнгө көнгәсә Алла ҡаршыһында саф выждан менән йәшәнем.


Алла ҡанунды ишетеүселәрҙе түгел, ә уны үтәүселәрҙе аҡлаясаҡ.


Ибраһим үҙенең эштәре менән аҡланғанмы һуң? Шулай икән, уның маҡтанырға хаҡы булған, әммә Алла алдында түгел.


Шулай ҙа мине һеҙҙең йәки башҡаларҙың хөкөм итеүе барыһынан да әҙерәк ҡыҙыҡһындыра, мин үҙем дә үҙемде хөкөм итмәйем.


Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыртасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алла тарафынан маҡтау аласаҡ.


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Сөнки тәндә ваҡытта яҡшылыҡ эшләһәк тә, яманлыҡ ҡылһаҡ та, ҡылғандарыбыҙға күрә һәр береһе үҙенә тейеште алыу өсөн, бөтөнөбөҙ ҙә Мәсихтең хөкөмө алдына килергә тейеш буласаҡбыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ