20 Сөнки Алла батшалығы һүҙҙә түгел, ҡеүәттә.
20 Сөнки Алла батшалығы – һүҙҙә түгел, ҡеүәттә.
Уны вәғәзләргә оялмайым, сөнки Һөйөнөслө Хәбәр – иман тотоусыларҙың һәр береһенә, иң элек йәһүдтәргә, унан һуң йәһүд булмағандарға ла ҡотолоу өсөн Алла ҡөҙрәте.
Алла батшалығы ризыҡ менән эсемлектән түгел, ә Изге Рух биргән хаҡлыҡ, именлек һәм шатлыҡтан тора.
мөғжизәләр һәм хикмәттәр көсө ярҙамында, Алла рухының ҡөҙрәте менән башҡарҙы. Мин, Иерусалимдан алып Иллирик яҡтарына тиклем урау юлдарҙан барып, Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе тулыһынса бәйән иттем.
әммә Алла тарафынан саҡырып алынғандар өсөн, йәһүдме ул, грек булһынмы, Мәсих – Алла ҡөҙрәте һәм Алла зирәклеге.
Иманығыҙ әҙәм зирәклегенә түгел, ә Алла ҡөҙрәтенә нигеҙләнһен өсөн, телмәрем дә, вәғәзләүем дә кеше аҡылының ышандырырлыҡ һүҙҙәренә түгел, ә Изге Рухтың ҡөҙрәтен иҫбатлауға таянды.
Емереү өсөн түгел, ә һеҙҙе нығытыу өсөн Раббының беҙгә биргән вәкәләте менән аҙ ғына артығыраҡ маҡтанһам да, оятҡа ҡалмам.
сөнки беҙҙең Һөйөнөслө Хәбәребеҙ һеҙгә һүҙ аша ғына түгел, ә Алла ҡөҙрәте, Изге Рух һәм тәрән ышаныуыбыҙ аша барып етте. Был һеҙгә билдәле, сөнки беҙ бергә ваҡытта һеҙҙең өсөн нисек йәшәгәнлегебеҙҙе беләһегеҙ.