Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 4:2 - Инжил

2 Ә бына Алла серҙәре ышанып тапшырылғандарҙың тоғро булыуы талап ителә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Ышаныс белдерелгән кешеләрҙең тоғро булыуы талап ителә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 4:2
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә һин ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкләрмен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.


Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкләрмен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.


Раббы Ғайса иһә былай тигән: – Ә ышаныслы һәм аҡыллы идарасы ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты үҙ ваҡытында өләшеү өсөн, хужа бер хеҙмәтсеһен башҡалары өҫтөнән ҡуя.


Шулай итеп, беҙҙе һәр береһе Мәсихтең хеҙмәтселәре һәм Алланың серҙәре ышанып тапшырылған кешеләр тип һанаһын.


Ошо маҡсат менән һеҙгә Тимофейҙы ебәрҙем. Раббыла ул минең ҡәҙерле улым һәм мин уға таяна алам. Ул һеҙгә Ғайса Мәсихкә эйәреп йәшәү рәүешем хаҡында иҫегеҙгә төшөрөр. Һәр ерҙә, һәр берҙәмлектә мин ошолар тураһында өйрәтәм.


Шулай ҙа мине һеҙҙең йәки башҡаларҙың хөкөм итеүе барыһынан да әҙерәк ҡыҙыҡһындыра, мин үҙем дә үҙемде хөкөм итмәйем.


Никахҡа инмәгән ҡыҙҙарға ҡарата Раббы тарафынан бирелгән әмерем юҡ, фәҡәт шәхси фекеремде әйтәм. Ә миңә, Раббының мәрхәмәте менән, ышанырға мөмкин, тип уйлайым.


Беҙ, күптәрҙән айырмалы рәүештә, Алла һүҙе менән һатыу итмәйбеҙ, ә Алла тарафынан ебәрелгән булараҡ, Уның Үҙе алдында Мәсих аша ихлас күңелдән вәғәзләйбеҙ.


Уның урынына, йәшерен хурлыҡлы эштәрҙән баш тартып, хәйлә юлына баҫмайынса һәм Алла һүҙен боҙмайынса, киреһенсә, хәҡиҡәтте асып, Алла алдында яуаплы булып, үҙебеҙҙе һәр кешенең намыҫ хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ.


Алланың мәрхәмәте тураһында һеҙ яратҡан хеҙмәттәшебеҙ Епафрастан ишеттегеҙ. Ул Мәсихтең һеҙҙең хаҡҡа тоғро хеҙмәтсеһе.


Архипҡа: «Иғтибарлы бул! Раббынан ҡабул иткән хеҙмәтте аҙағына тиклем үтә», – тип еткерегеҙ.


Минең турала һеҙгә ҡәҙерле имандашыбыҙ, тоғро хеҙмәтсе һәм Раббы эшендә хеҙмәттәшем Тихик барыһын да һөйләп бирер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ