Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 4:17 - Инжил

17 Ошо маҡсат менән һеҙгә Тимофейҙы ебәрҙем. Раббыла ул минең ҡәҙерле улым һәм мин уға таяна алам. Ул һеҙгә Ғайса Мәсихкә эйәреп йәшәү рәүешем хаҡында иҫегеҙгә төшөрөр. Һәр ерҙә, һәр берҙәмлектә мин ошолар тураһында өйрәтәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Ошо маҡсат менән һеҙгә Тимоҫеусты ебәрҙем. Раббыла ул минең ҡәҙерле улым, һәм мин уға таяна алам. Ул һеҙгә Ғайса Мәсихкә эйәреп йәшәү рәүешем хаҡында иҫегеҙгә төшөрөр. Һәр ерҙә, һәр имандаштар берҙәмлегендә мин ошолар тураһында өйрәтәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 4:17
33 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты үҙ ваҡытында өләшеү өсөн, хужа хеҙмәтселәренең береһен башҡалары өҫтөнән ҡуя.


Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә һин ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкләрмен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.


Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкләрмен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.


Шунан һуң Павел Дервияға, ә унан Листраға барып етте. Унда Тимофей исемле бер шәкерт бар ине. Уның әсәһе йәһүд булып, улы кеүек үк Ғайсаға инана, ә атаһы грек ине.


Кемдер был хаҡта бәхәсләшергә теләһә, белһен: беҙҙә лә, Алла берҙәмлектәренең башҡаларында ла икенсе төрлө ғәҙәт юҡ.


Һәр нәмәлә мине иҫегеҙҙән сығармауығыҙ һәм мин өйрәткән нәмәләрҙе теүәл тотоуығыҙ өсөн һеҙҙе маҡтайым.


Йыйылыуығыҙ Алла тарафынан хөкөм ителмәһен өсөн, ас кеше өйөндә ашаһын. Башҡа күрһәтмәләрҙе янығыҙға барғас бирермен.


сөнки Алла тәртипһеҙлек Аллаһы түгел, ә именлек Аллаһы. Изгеләрҙең барлыҡ берҙәмлектәрендәге кеүек,


Иерусалимдағы изгеләр өсөн хәйер йыйыуға килгәндә, Галатиялағы берҙәмлектәргә ниндәй күрһәтмәләр бирһәм, һеҙ ҙә шулай эшләгеҙ.


Янығыҙға Тимофей килһә, иғтибарлы булығыҙ, уға хәүеф янамаһын, сөнки ул, минең кеүек үк, Раббы эшен башҡара.


Мин быларҙы һеҙҙе оялтыу өсөн яҙмайым, ни бары хаҡ юлға йүнәлтергә теләйем. Һеҙ бит минең яратҡан балаларым.


Бәлки, Мәсих юлында меңәрләгән өйрәтеүселәрегеҙ ҙә барҙыр, әммә атайҙарығыҙ күп түгел. Һеҙ Ғайса Мәсих аша яңынан тыуҙығыҙ һәм мин, Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп, атайығыҙ булдым.


Ә бына Алла серҙәре ышанып тапшырылғандарҙың тоғро булыуы талап ителә.


Бүтән осраҡтарҙа һәр кем Раббы билдәләгәнсә һәм Алла саҡырғандағы кеүек йәшәһен. Бөтөн берҙәмлектәргә күрһәтмәм шундай.


Никахҡа инмәгән ҡыҙҙарға ҡарата Раббы тарафынан бирелгән әмерем юҡ, фәҡәт шәхси фекеремде әйтәм. Ә миңә, Раббының мәрхәмәте менән, ышанырға мөмкин, тип уйлайым.


Уның менән бергә бөтөн берҙәмлектәрҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгәне өсөн маҡталған тағы бер имандашыбыҙҙы ебәрәбеҙ.


Минең хәлдәрем һәм эштәрем тураһында ҡәҙерле имандашыбыҙ һәм Раббы хеҙмәтендә тоғро хеҙмәттәшебеҙ Тихик барыһын да һөйләп бирер.


Раббы Ғайса ярҙамы менән тиҙҙән һеҙгә Тимофейҙы ебәрермен тип өмөт итәм. Уның аша хәлдәрегеҙҙе белешеп, мин дә һеҙҙең кеүек үк күңелемде тынысландырыр инем.


Тимофейҙың тоғролоғо иһә һеҙгә билдәле: ул Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа миңә үҙ атаһына хеҙмәт иткән кеүек хеҙмәт итте.


Алланың мәрхәмәте тураһында һеҙ яратҡан хеҙмәттәшебеҙ Епафрастан ишеттегеҙ. Ул Мәсихтең һеҙҙең хаҡҡа тоғро хеҙмәтсеһе.


Уны тоғро һәм ҡәҙерле имандашыбыҙ, яҡташығыҙ Онисим менән бергә ебәрәм. Улар бындағы хәлдәр тураһында бөтөнөһөн дә һеҙгә һөйләр.


Тимофей улым, һинең турала элек һөйләнгән пәйғәмбәрлек һүҙҙәре буйынса, үҙемдең әмеремде тағы ҡабатлайым: һин, уларға таянып, яҡшы көрәш алып бар,


ысын имандаш улым Тимофейға хат. Атабыҙ Алла һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән һиңә мәрхәмәт, шәфҡәт, именлек булһын.


ҡәҙерле улым Тимофейға хат. Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән һиңә мәрхәмәт, шәфҡәт һәм именлек булһын.


Минән күп шаһиттар алдында ишеткәндәреңде башҡаларҙы ла өйрәтерлек ышаныслы кешеләргә ышанып тапшыр.


Ә һин минең өйрәтеүемдә лә, йәшәйешемдә, маҡсатымда, иманымда, сабырлығымда, мөхәббәттә, ҡаҡшамаҫлыҡта ла минән өлгө алдың.


Бойороғома ярашлы рәүештә, тамамланмаған эштәрҙе тәртипкә килтереү һәм бөтөн ҡалаларҙа ла берҙәмлектәргә өлкәндәр тәғәйенләү өсөн, һине Критта ҡалдырҙым.


Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул һәм һиңә тормош тажы бирермен.


Һинең ҡайҙа йәшәүеңде беләм – унда Иблис тәхете тора. Һин Миңә булған иманыңда ныҡ тораһың. Һеҙҙә, Иблис йәшәгән ерҙә, тоғро шаһитым Антипа үлтерелгән көндәрҙә лә Миңә булған иманыңдан ваз кисмәнең.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ